

Бөгөн, 21 августа, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Әбйәлил ДРСУ-һының Бөрйән участкаһы коллективы менән осрашты. Сарала участка етәксеһе Руслан Денисламов, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, ойошма коллективы ҡатнашты.
Осрашыу барышында ойошманың ағымдағы эштәре буйынса һорауҙар, киләсәккә пландар ҡаралды.
Коллектив йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә юлдарҙың һәм юл ҡоролмаларының торошон тейешле талаптарға ярашлы тотоу буйынса бик ҙур эш башҡара. Бынан тыш, участка коллективы МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индерә.
Иң әүҙем хеҙмәткәрҙәргә “МХО-ға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыусы” миҙалдары тапшырылды. Рәмил Миңлеәхмәт улы менән Олег Марс улы Руслан Рафиҡ улына һәм тотош коллективҡа башҡарылған эш, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙеләр.
Сығанаҡ: Администрация Бурзянского района.