

Ҡулыма эш бармай, аңҡы-тиңке була башлаһам, әсәйемә шылтырата һалам. Был юлы ла әсәйем телефон төбөндә генә ултыра ине. Телефон тәҙрә төбөндә, бер юлы тышты ла ҡарап ултыра. Был юлы әсәйемдең тауышы икенсе төрлө, бер төрлө һағышлы ла, үкенесле һымаҡ та... Һөйләшә торғас, асыҡланды: ҡаршы күршелә йәшәгән Айса ауырып, район больницаһына алып киткәндәр икән. Унда Белоретҡа барырға әйткәндәр. Барып етмәгәнме инде, юлда мәрхүм булған. Кисә булған ул хәл. Бөгөн алып ҡайтырға тейештәр икән. Шуға тәҙрәнән дә ҡараңҡырап ултырам, ти әсәй. Уға атайҙың үлгән көнө бөгөн, тип иҫләткәс, онотҡанмын, әйтәм бөгөн атайың төшөмә инде, Миңдегәрәй ағай ҙа төшөмә инде, тип һөйләнде әсәйем. Минең менән һөйләшеп бөткәс, әруахтар рухына доға ҡылған да, күршеләргә хәйер тотоп ингән әсәй. Ул ваҡытҡа инде Айсаны алып ҡайтҡан булғандар.
Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһын бөтәһе лә хәтерләйҙер: иң сағыу образдарҙың береһе - Диуана. Трагедияны уҡығас, мин шок хәлендә йөрөнөм. Һәр бер ауылда бармы икән ундай Алла бәндәләре тип уйланым. Айса - беҙҙең ауылдың Алла бәндәһе ине. Бер кешегә зыяны теймәне, тейһә, файҙаһы ғына тейҙе. Һәр саҡ үҙенең малы менән бергә күрше-тирәнең дә малын уларға кәрәк саҡта көтөүгә ҡыуа, кис урамына ҡыуып индерер ине. Күрше-тирәнең малын танып торҙо. Уға диуана тип әйтергә бер кемдең дә теле әйләнмәне, әйткәндәргә Хоҙай һуғыр һымаҡ ине. Ул ысын Алла бәндәһе булды.
1 августа ошо юлы ауылға туйға ҡайтҡанда Айса күрше урамда күренмәне. Ауырһынып ятҡан булғандыр. Башҡа саҡта ҡайтҡанда, мине күреп ҡалһа, ҡояш кеүек ауыҙы йырылғансы йылмайыр һәм ике ҡуллап килеп күрешер ине. Әсәй тиҙ генә күстәнәстәрҙән уға тип өлөш төйнәр ине, ауыҙ итһендәр тип...
Бөгөн дә шылтыраттым әсәйемә. Кисә ерләгәндәр Айсаны. Икенсе йыл алтмыш йәш булыр ине. Көн бик матур булған, яуып торған ямғыр туҡтаған. Оҙатырға бик күп халыҡ килгән. Бер тамсы ла ямғыр төшмәгән. Зыяраттан халыҡ таралыуға ямғыр яуып ебәргән. Яратҡан бәндәләрен Хоҙай ҙа айырып ҡарай икән шулай...
Беҙгә туған улар. Әсәй шул тарихты һөйләне. Мин яҙа һалайым тип ултырҙым шуға. Яубаҫаров булған улар. Бер туған Хәйбулла (1890 йылғы)һәм Хәбибулла Яубаҫаровтар. Әсәйҙәре йәшләй үлгән. Бик ярлы йәшәгәндәр. Бер кәзәләре булған. Әсәһе үлгәс, Хәбибулланы кәзә һөтө эсереп аҫыраған атаһы Ғәни, ә Хәйбулланы Һибәтулла ағаһына ялсылыҡҡа биргән. Үҫеп, ир етә был уландар.
Хәбибулла Өмөямал тигән матур ҡыҙға ғашиҡ була. Ләкин ҡыҙҙы алырлыҡ малы, байлығы булмай. Өмөямалдың атаһы Хәбибулланың йырға һәләтен белгән булалыр инде, "Ҡыҙымды алғың килһә, ҡалым урынына 100 йыр йырлайһың!" - тигән. Хәбибулла күнгән, күнмәй сараһы юҡ, ҡыҙға башкөлләй ғашиҡ. Шулай итеп, Хәбибулла ҡышҡы кистәрҙә көн һайын буласаҡ ҡайныһы янына барып йыр йырлар булған. Ниһайәт, йөҙ йырҙы йырлап бөтөп, Өмөямалды кәләш итеп алған ул. Уларҙың Шәһәрғазы, Бибиямал, Әбтелхай, Ҡәҫтәрән исемле дүрт балалары булған.
1943 йылда Хәйбулла, ағаһы репрессияға эләккәс (репрессия буйынса ла документ һалам - сайтта), Хәбибулланың улы Шәһәрғазы Яубаҫаров фамилияһын Үлмәҫбаевҡа алыштырған. Шәжәрәлә Үлмәҫбай исемле олаталары булған, шуға күрә шәжәрәне лә һалам. Шунан улар Үлмәҫбаев булып киткәндәр. Шәһәрғазының Шаһый ( Ғазин - әсәһенең фамилияһы), Сәмәрә (Вәлиева - иренең фамилияһы) тигән балалары бик матур йырлағанын беләм. Атаһынан күскән инде был маһирлыҡ! Әбтелхай бабай 1934 йылғы булған, минең атайым Яубаҫаров Хәкимйәндән бер йәшкә оло. Ә Хәкимйәнде, йәғни минең атайымды ла, олатаһы Яубаҫаров Һибәтулла Баймөхәмәт улы ҡарап үҫтергән.
Айса - Әбтелхай бабайҙың өлкән улы була. Әсәйемдең төшө боларыуы ла тигенгә түгел: ҡан туғандар булалар бит, фамилия алыштырһалар ҙа... Аңғартып ятыуҙары инде әруахтарҙың... Доға өмөт итеп...
Земфира Аҡбутина (Яубаҫарова), шағирә, яҙыусы.