Йәмғиәт
19 Августа , 12:10

Йәйәүлеләр өсөн юл һалалар

Оҙаҡ йылдар Ҡыҙылташ урамындағы юл хәүефле зона булып ҡала килде: транспорттың интенсив хәрәкәте һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар булмау сәбәпле, йәйәүлеләргә (балаларға һәм оло йәштәгеләргә лә) автомобиль юлы ситенән йөрөргә тура килде.

Йәйәүлеләр өсөн юл һалаларЙәйәүлеләр өсөн юл һалалар
Йәйәүлеләр өсөн юл һалалар

Ауыл халҡының күп һанлы мөрәжәғәттәренән һуң мәсьәлә контролгә алынды һәм “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә 2026 йылға йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереү планлаштырылды.

Яңыраҡ йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереү эштәрен мониторинг буйынса комиссия тикшерҙе.

Тикшереүҙә ҡатнашыусылар объекттың көнүҙәклеген билдәләне: тротуарҙы төҙөкләндереү социаль учреждениеларға хәүефһеҙ барыуҙы тәьмин итәсәк һәм халыҡтың көндәлек маршруты уңайлыраҡ буласаҡ.

“Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыу - власть менән йәмғиәт араһында конструктив диалог нисек беҙҙең районда йәшәү шарттарын уңайлыраҡ итергә ярҙам итеүенең бик яҡшы миҫалы, - тип билдәләне Бөрйән районының “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Альмира Айҙарбәкова.

Альмира Айҙарбәкова фотолары.

Йәйәүлеләр өсөн юл һалалар
Йәйәүлеләр өсөн юл һалалар
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас