

Өфөлә быйыл урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаусы ҡыҙ бурҙарға 8 миллион һумдан артыҡ аҡса күсергән. 18 йәшлек алдаҡсылыҡ ҡорбаны полицияға ошо турала ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Хәл былай булған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, был тарих мессенджерға ебәрелгән хәбәрҙән башланған. Таныш булмаған кешеләр ҡыҙға тауар килеүе тураһында хәбәр итеп, уны алыр өсөн ҡыҙҙың телефонына килгән код кәрәк тигәндәр. Ҡыҙ, ниндәй тауар килде икән, тип ҡыҙыҡһынып, кодты әйткән.
Артабан ҡыҙ менән үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған кешеләр бәйләнешкә сыҡҡан. Улар ҡыҙға, һинең иҫәптәрең емерелде, тип булған аҡсаларын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә ҡушҡандар. Шул уҡ ваҡытты ҡыҙҙы “был турала бер кемгә лә һөйләргә ярамай” тип тыйғандар.
Ҡыҙ мутлашыусыларға үҙенең 145 мең һум шәхси йыйынтыҡ аҡсаларын күсергән. Аферистар бының менән генә туҡтарға теләмәгәндәр: артабан үҙҙәрен ФСБ хеҙмәткәрҙәре тип әйтеп, ҡыҙ, аҡсаларын күсереп, йәнәһе лә, беҙҙең илгә дуҫ булмаған илдәргә финанс ярҙамы күрһәткән һәм хәҙер уға енәйәт яуаплылығы янай тип белдергәндәр.
Психологик баҫым күрһәтеүҙе дауам итеп, енәйәтселәр Өфө ҡыҙын 200 мең һумдан күберәк кредит алырға һәм үҙҙәренең иҫәбенә күсерергә күндергәндәр. Бынан тыш, ҡыҙ мутлашыусыларға атаһының шәхси йыйынтыҡ аҡсаларынан 6 миллион һумдан артыҡ аҡсаны һәм 1,5 миллион һум суммаға криптовалюта ла күсергән.
Был факт буйынса “мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ошондай осраҡтарҙа уяу булырға тырышайыҡ, телефон бурҙарынан алданмайыҡ!
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»