

Кисә баҡсала еләктәр күбәйеп киткән икәнен күргәс, еләктән бәлеш бешерәйем әле, тип уйланым да ҡамыр ҡуйҙым. Ҡамырым да уңды, ҡабарып сыҡты тиҙ үк. Бәлеште яһай һалып бешерергә ҡуйҙым да кухняла ғына тегеһен-быныһын эшләп йөрөйөм. Абайламай ҙа ҡалғанмын, бәлештең бер мөйөшө саҡ ҡына көйөп тә сыҡҡан. Тиҙ генә ала һалдым ла аптырайым. Нимәгә ул шул арала көйөргә өлгөрҙө?! Был хәл кисә булды. Бөгөн иртән тороп календарға күҙ һалғас, барыһы ла аңлашылды.
17 август - атайымды иҫкә алыу көнө. Уның баҡыйлыҡҡа күскән көнө. Атайым (Яубаҫаров Хәкимйән Ғәлимйән улы, Бөрйән районының Тимер ауылында йәшәне) бит гел беҙгә: «Бәлеш бешерһәгеҙ, миңә көйҙөрөкөрәп бешерегеҙ, мин көйгәнерәкте яратам,» -ти торғайны. Тиҙ генә йыйынып, күршелә йәшәгән инәйгә хәйер алып бара һалдым. Көйгәнерәк бәлеште лә хәйер итеп икенсе апайға алып барҙым. Әруахтарға доға кәрәк, уларҙы иҫкә алыу кәрәк бит инде...
Кинәт-кинәт атайымдың әйткән һүҙҙәре, беҙгә эшләгән яҡшылыҡтары иҫкә төшә. Әйткәндәй, мин атайымдың иң яратҡан ҡыҙы булдым. Бер ваҡытта ла әрләмәне ул мине. Апайымдарҙың атайға берәй йомоштары төшһә, минән әйттерә торғайнылар. Күберәк атай янында мин уралдым. Машинаның кабинаһына инеп ултырһам да , әрләгәнен хәтерләмәйем. Шофер эшенән малсылыҡҡа күскәс тә, фермаға эшкә алып бара торғайны. Бер ваҡыт силос алырға барҙыҡ икәүләп, ул башмаҡтар ҡарай ине. Балта ла алған , туң силосты саба-саба ла шунан тейәй санаға. Силос янына төшөп шулай тейәп тора атай, мин теге балтаны алып, йәнәһе сабам инде, килтереп тороп атайымдың ҡулына саптым. Яраһынан ҡандар сәсрәп китте!.. Атай: ыһым, тип кенә ҡалды ла ҡулын тотоп ултыра төштө. Нимә эшләргә белмәйем. "Атай, ауыртамы?"- тигән булам... Атай шытырлатып бер нимәһен, эстәге күлдәгенме, йыртып ебәрҙе лә бер ҡулы менән ҡулын урыны, мине бәйләргә саҡырҙы. Саҡ ҡына файҙам тейгәнгә, яман ҡыуандым. Ул руковицалы бейәләйен кейеп алды ла, санаға силосты тейәп бөтөп, ферма башмаҡтарына уны ашатырға киттек. Эште дауам иттек шулай. Башҡаса мине алып йөрөтмәне шунан һуң.
Мин, иҫһеҙләнеп, ҡулын сабып ебәргәндә лә ҡул күтәрмәне миңә атай...
Земфира Аҡбутина (Яубаҫарова), уҡытыусы, Ейәнсура районының Ибрай ауылында йәшәй.