Йәмғиәт
18 Августа , 03:40

Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре тураһында һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.
Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре тураһында һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

-Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса шәхси йорттарҙа профилактик рейдтар үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибарлыраҡ булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырам.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығарыу мәсьәләһенә һәр кәңәшмәлә айырым иғтибар бирелә – уның буйынса килеп тыуған һорауҙарҙы мотлаҡ хәл итергә тырышабыҙ. Район халҡын да контейнерҙарҙы ағас ботаҡтары, таҡталар, эре төҙөлөш ҡалдыҡтары менән тултырмауҙарын һорайым.

Иҫке Собханғол - Ҡағы йүнәлешендәге трассаның 42-се саҡрымында асфальт һалыу эштәре был аҙнала дауам итә.

Районда һуңғы арала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр артҡан, шуға күрә барыһын да профилактика сараларын күрергә саҡырам. Бигерәк тә яңы уҡыу йылы башланыр алдынан балаларға иғтибарлы булығыҙ.

Райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлеге тураһында һорау ҡаралды. ФАП-тар йылытыу миҙгелендә тотҡарлыҡһыҙ эшләһен өсөн барлыҡ тырышлыҡ һалына.

"Ағиҙел" тәрбиәүи-һауыҡтырыу лагерының йәйге һауыҡтырыу эшенә йомғаҡ яһалды. Муниципаль район биләмәһендә балалар өсөн берҙән-бер лагерь, беҙ лагерь киләһе ял миҙгелендә лә күберәк балалар йыйһын, уларға лайыҡлы йәйге ял итеү мөмкинлеге бирә алһын өсөн артабан да тырышасаҡбыҙ. Лагерь эшендә, балаларҙың ялын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм.

Район ойошмалары структураһында кадрҙар үҙгәреше булды. “Алағуян” МУП-ы директоры вазифаһын башҡарыусы итеп Шәмиғолов Илнур Булат улы тәғәйенләнде. Илнур Булат улына яңы башланғыстарында уңыштар теләйем!

Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр иттеләр https://vk.ru/ramilabdullinburzyan төркөмөндә.

Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.
Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.
Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.
Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.
Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.
Юлдар, миҙгел сирҙәре, “Алағуян”да яңы етәксе һ.б.
Автор:
Читайте нас