Йәмғиәт
18 Августа , 12:10

Шүлгәнгә шиғыр арнаған

Яҙыусы Тимер Ниәтшин Шүлгәндә булып, уға арнап шиғыр ижад иткән. Бөрйәндәге ялынан бик ҡәнәғәт ҡайтҡан. Был турала:

Шүлгәнгә шиғыр арнағанШүлгәнгә шиғыр арнаған
Шүлгәнгә шиғыр арнаған

“Яҙыусы Тимер Ниәтшин Аҡбуҙат юлынан үткән.

- Август айының йылы, ҡояшлы ике көнө беҙгә, Ниәтшиндәргә оло ҡыуаныс бүләк итте, - тип яҙа ул. - Балалар, әсәләре Миниса Зәйнетдин ҡыҙының 80 йәшен ҡотлап, Шүлгән-Ташҡа сәйәхәт ойошторҙо. Иҙел ярының матур майҙансығында Аҡбуҙат исемле туристик комплексының бер йортонда 14-15 августарҙа кинәнеп ял иттек, музейҙа, мәмерйәлә ифрат мөһим, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдыҡ. Юғары фәнни һәм мәҙәни кимәлдә төҙөлгән комплекс сәйәхәтселәр өсөн уңайлы, ашау-эсеү, милли сувенирҙар һатыу урындары күп. Хөрмәтле интернет дуҫтарыма бер нисә фото һәм сәйәхәт илһамы тыуҙырған кескәй генә шиғырымды эләм”. Был хаҡта  https://vk.ru/radioashkadar төркөмөндә хәбәр итәләр.

Шүлгән-Ташта

Икенсе көн Шүлгән-Ташта...
Үҙемде өйҙә тоям.
Евразия үҙәгендә
Ата-бабам ҡорған оя.

Йәшәр өсөн ышыҡ тиеп,
Ҡая аҫтына һыйынған ул.
Эттән, аттан дуҫтар яһап,
Һунар менән туйынған ул.

Иҫкиткес бай Уралының
Мәғдәнен дә тимер иткән.
Меңәр йылдар Шүлгән-Ташта
Башҡорт булып ғүмер иткән.

Ошо йомарт, изге ерҙән
Таралған ул ҡитғаларға.
Аҡыл көсөн ҡорал итеп
Өйрәткән ул ҡот табырға...

Әммә бөгөн заман ҡотһоҙ,
Кеше шаша сама белмәй.
Байлыҡ ҡоло киләсәккә
Атларға юл таба белмәй.

Һин бит сыҡтың бер тамырҙан,
Күршеңдә ҡан дошман күрмә.
Бер-береңде аулар өсөн
Үрмәкселәй ауҙар үрмә.

Ҡорал тулған ер ҡарыны
Бер осҡондан шартламаһын.
Кеше тағы ышыҡ эҙләп
Шүлгән-Ташҡа атламаһын.

Тимер Ниәтшин.

Яҙыусыны Шүлгән яңы әҫәрҙәргә рухландырһын! Тағы ла килегеҙ, Тимер ағай!

Шүлгәнгә шиғыр арнаған
Шүлгәнгә шиғыр арнаған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас