Йәмғиәт
18 Августа , 05:45

Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!

Быйыл Башҡортостан Республикаһынан 30 яҙыусы һәм шағир Рәсәй стипендияһына лайыҡ тип табылды. Улар араһында Бөрйәндән сыҡҡандар булыуы айырыуса һөйөнөслө.

Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!
Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!

Бер төркөм Башҡортостан яҙыусылары Рәсәйҙең дәүләт стипендияларына лайыҡ булды.

Рәсәйҙең арҙаҡлы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн дәүләт стипендияһы йыл һайын Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә һәм талантлы йәш авторҙарға: рәссамдарға, скульпторҙарға, кинематографистарға, таеатр эшмәкәрҙәренә, әҙәбиәтселәргә һәм музыканттарға бирелә.

Стипендияның маҡсаты – таланттарҙы яңы әҫәрҙәргә рухландырыу, дәртләндереү.

Быйыл Башҡортостан Республикаһынан 30 яҙыусы һәм шағир Рәсәй стипендияһына лайыҡ тип табылды. Улар араһында Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары булыуы айырыуса һөйөнөслө.

Яҡташ яҙыусыларыбыҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәсүл Сәғитов,  Миләүшә Ҡаһарманова, Зәйтүнә Шәрипова, йәштәр араһынан Таңсулпан Байтимерова Рәсәй стипендиаты булыу шатлығын кисерҙе.

Уларҙы ижади еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, илһамлы ижад, әҙәбиәт күгендә яңы балҡыштар теләйбеҙ!

 

Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!
Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!
Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!
Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!
Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!
Бөрйәндең ул-ҡыҙҙары - Рәсәй стипендиаттары!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас