

Синоптиктар өс көнгә фараз менән уртаҡлашты.
Уларҙың күҙаллауына ҡарағанда, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуғылап торһа ла, көндәр йылыға тарта.
Бөгөн, мәҫәлән, көндөҙ республика буйынса +18, +23 булыуы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа хатта 28 градусҡа тиклем етеүе ихтимал.
19 августа төндә +8, +13, көндөҙ +22, +27 градус вәғәҙәләйҙәр.
20 августа ла урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, һауа температураһының көндөҙ +22, +27 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә.
Шулай итеп, бошонорға урын юҡ. йылы көндәр көтә.
Фото: Лейла Аралбаева | ИА «Башинформ»