Йәмғиәт
17 Августа , 09:15

УЛЫМ ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА...

(«Республика Башкортостан» Нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина Р. Хәбировтың матбуғат саралары вәкилдәре менән осрашыуы тураһында). Шулай тине Радий Фәрит улы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа. Ә һорау асыҡ саралар барышында, төрлө кәңәшмәләрҙә, башҡа сетерекле мәлдәрҙә өндәшмәй ҡалмауы, үҙенең ҡәтғи фекерен асыҡтан-асыҡ әйтеп барыуы, кәрәк икән район башлыҡтарын, министрҙарҙы, башҡа етәкселәрҙе ныҡ ҡына тәнҡитләп алыуына ҡағылғайны. -Етешһеҙлектәрҙе күреп тә, өндәшмәй ҡалыу, шәхес булараҡ үҙ-үҙемде юҡҡа сығарыуға тиң. Республика башлығы булараҡ, күрәләтә өндәшмәй ҡала алмайым. Икенсенән, асыҡ һәм ғәҙел тәнҡит үҙ вазифаһына һүлпән ҡарағандарҙың да, башҡаларҙың да эшен йәнләндереп ебәрә. Башҡорттарҙың «Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла» принцибы һөҙөмтәле тип шаяртты. Бюджеттың наҡыҫлығы, бензинға сират, пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме эҙемтәләре, Өфө циркы, Өфөнөң элекке мэры тирәләй «циркты», Дәүләт Думаһына һайлауҙар, А.Г.Назаровтың һайлауҙа ҡатнашыуын да һәм, әлбиттә, баш ҡаланың бөгөнгө етәксеһенә бәйле һорауҙарҙы ла күтәрҙе коллегалар... Яуаптарҙы ҡыҫҡаса теркәп барҙым.

УЛЫМ ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА...УЛЫМ ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА...
УЛЫМ ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА...

Шулай тине Радий Фәрит улы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа. Ә һорау асыҡ саралар барышында, төрлө кәңәшмәләрҙә, башҡа сетерекле мәлдәрҙә өндәшмәй ҡалмауы, үҙенең ҡәтғи фекерен асыҡтан-асыҡ әйтеп барыуы, кәрәк икән район башлыҡтарын, министрҙарҙы, башҡа етәкселәрҙе ныҡ ҡына тәнҡитләп алыуына ҡағылғайны.

-Етешһеҙлектәрҙе күреп тә, өндәшмәй ҡалыу, шәхес булараҡ үҙ-үҙемде юҡҡа сығарыуға тиң. Республика башлығы булараҡ, күрәләтә өндәшмәй ҡала алмайым. Икенсенән, асыҡ һәм ғәҙел тәнҡит үҙ вазифаһына һүлпән ҡарағандарҙың да, башҡаларҙың да эшен йәнләндереп ебәрә. Башҡорттарҙың «Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла» принцибы һөҙөмтәле тип шаяртты.

Бюджеттың наҡыҫлығы, бензинға сират, пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме эҙемтәләре, Өфө циркы, Өфөнөң элекке мэры тирәләй «циркты», Дәүләт Думаһына һайлауҙар, А.Г.Назаровтың һайлауҙа ҡатнашыуын да һәм, әлбиттә, баш ҡаланың бөгөнгө етәксеһенә бәйле һорауҙарҙы ла күтәрҙе коллегалар...

Яуаптарҙы ҡыҫҡаса теркәп барҙым.



Бер нәмәгә ҡарамай төп социаль бурыстар, йөкләмәләр тулыһынса үтәләсәк.

Башспирт һәм Башкиравтодорҙы һатыу буйынса пландар юҡ. Йыл һайын шулай уҡ республика шифаханаларын һатып алырға теләүселәргә ҡаршы торорға тура килә. Төп принцип киң билдәле йәнһүрәттәгенсә – “ундай һөтлө һыйыр үҙебеҙгә кәрәк”.

Ә бына "Башнефть" акцияларына килгәндә, республика ҡалған акцияларҙы "Роснефть"кә һатыу вариантын ҡарай. Был баҙар шарттарында кредит алыуға ҡарағанда дөрөҫөрәк аҙым тип билдәләнде.

Циркты реконструкциялау темаһы ситкә ҡуйылмай. Йыл аҙағында йә киләһе йыл башында эш башланасаҡ. Ә вуз-ара студенттар кампусында төҙөлөш ваҡытынан алда алып барыла.

Р.Хәбиров Мәүлиевты Өфөгә етәксе булараҡ тәҡдим итеп яңылышыуын белдерҙе. Рөстәм Динислам улы Шәрипов тураһында «Ул тыныс, күп һөйләмәгән, әммә үҙ эшен белеп эшләгән кеше» тине. Яңы һайланасаҡ ҡала советы депутаттары уны ошо вазифала раҫлаһа, эшендә ярҙам ғына итәсәкбеҙ, тине.

Бензин республиканың төп нефть эшкәртеү предприятиеһы тарафынан бөгөн етерлек кимәлдә сығарыла. Әммә Башнефть башҡа төбәктәрҙе лә яғыулыҡ менән тәьмин итә. Сираттарға тәү осор ажиотаж да сәбәпсе булды. БПЛАға ҡаршы режим иғлан ителгән мәлдә предприятиелар бензин оҙатыу процесын туҡтата. Заправкаларҙа бензиндың даими булмауына тәүлек һайын тиерлек яртышар көнгә ошо эш туҡтатылыуы ла сәбәпсе.

Өфө мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә килгәндә, уҙған уҡыу йылында теркәлгән күңелһеҙ осраҡтарҙан һуң һығымта эшләнгән. Хәҙер махсус мониторинг өсөн психологтар төркөмө булдырылған, улар мәғариф учреждениеларына сығасаҡ, уҡыусылар менән аралашасаҡ. Йәнә мәктәп администрацияларында тап хәүефһеҙлек өсөн яуап биргән кешеләр билдәләнде – улар директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, махсус рәүештә өҫтәмә хеҙмәт хаҡы булдырылған. Йәнә мәктәптәрҙәге һаҡсылар системаһын тулыһынса анализланыҡ, тине Радий Хәбиров. Пенсионерҙарҙы алыштырыу өсөн, һаҡсыларҙың хеҙмәт хаҡын өс тапҡырға күтәрҙек. Уларҙың эшен күҙәтеү һәм яйға һалыу өсөн бай тәжрибәле, абруйлы куратор билдәләнек.

Шәхсән үҙем һуңғы йылдарҙа йыш ҡабатланһа ла, Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле һорауға туҡталдым. Ни тиһәң дә ваҡыты ваҡыты менән ошо теманы ла ҡалҡытып торалар интернет селтәрендә. План буйынса яңы бронза һәйкәл 2027 йылдың октябрь айында асыласаҡ. Шуғаса Салауат Юлаев майҙанын төҙөкләндереү эше үтәсәк. Ә тағы ла киләсәкке пландарҙа һәйкәл тәңгәленән Ағиҙел буйына тура төшөү мөмкинлеген уңайлаштырыу күҙ уңында тотола. Ә суйын һәйкәлгә килгәндә, Өфөлә урындар ҡараштырам, уны ҡайҙа урынлаштырыу хаҡында йәмәғәтселек менән дә фекер алышыу ойошторасаҡбыҙ тине.

Ғөмүмән, республика етәксеһе менән һәр ваҡыттағыса асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Улым һиңә әйтәм тигәндәй, беҙ ҙә тыңланыҡ, һығымталар эшләнек - заманалар ябай түгел. Был осорҙа һәр кимәлдә берҙәмлек, ғәҙеллек, яуаплылыҡ, бер һүҙлек, бер-береңә терәк була белеү мөһим.

Зөлфиә Рәхмәтуллина, «Республика Башкортостан» Нәшриәт йортоноң генераль директоры.

Сығанаҡ: https://vk.ru/id80854130

УЛЫМ ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА...
УЛЫМ ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА...
УЛЫМ ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА...
Автор:
Читайте нас