

Бөгөн, 14 августа, көньяҡ-көнбайыш райондарҙа артыҡ яуым-төшөм көтөлмәй, ә республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтәсәк. Һауа торошо көндөҙ +23, +28 градус була.
Шәмбелә, 15 августа, төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен күҙаллана. Төндә +5, +10, көндөҙ +15, +20 градус фаразлана.
Йәкшәмелә, 16 августа, республика буйынса шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, көньяҡ-көнбайышта артыҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә +4, +9, көндөҙ +13, +18 градус буласаҡ.
Барығыҙға ла матур ялдар насип булһын!