Йәмғиәт
13 Августа , 06:55

Юлсылар еңеү өсөн тырыша

Юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Бөрйән участкаһы хеҙмәткәрҙәре МХО зонаһына артиллеристарға юлланасаҡ УАЗ автомобилен рәткә килтергән.

Юлсылар еңеү өсөн тырышаЮлсылар еңеү өсөн тырыша
Юлсылар еңеү өсөн тырыша

Иҫәп буйынса был Бөрйән халҡы әҙерләгән 53-сө автомашина. Ҡолғананан ирекмәндәр 60 меңгә һатып алған техниканы ремонтлауҙы Яңы Монасип ауылынан слесарь Радик Вәлиев башҡарған. Ул ремонт эше менән эш араһында булышҡан.

“Юлсылар 3-сө машинаны сафҡа индерҙе. Быға тиклем ГАЗ-66, “Нива” машиналарын эшләп бирҙеләр. Ғөмүмән, ДРСУ егеттәре ауылдарҙан мунсаларҙы алып килеүҙә, фургондарға техника тейәүҙә һәр саҡ ярҙам итәләр. Яңыраҡ Ырғыҙлынан мунса алып килделәр. Уларға яҡшы юлдар һәм ҙур ярҙамдары өсөн рәхмәт. Шулай уҡ “ГИП Электро” ойошмаһы ЛуАЗ автомобилен рәткә килтерә. Сентябргә тиклем 5-6 машина әҙерләп өлгөртөргә кәрәк”, - ти район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас