

Анастасия Григорьева инде өсөнсө йәй эшләй.
- Музейға тәүге тапҡыр 2023 йылда килдем. Ул шунда уҡ мине ҡыҙыҡһындырҙы. Ә 2024 йылда бөтә ғаиләбеҙ менән «Шүлгәнташтың ҡышҡы батшалығы» фестиваленә килдек һәм мин аңланым: бында эшләргә теләйем. Хәҙер инде өсөнсө миҙгел, һәм миңә барыһы ла элеккесә оҡшай. Ни өсөн нәҡ бында? Яңылыҡтар белергә һәм кешеләр менән аралашырға яратам. Бында төрлөһөн дә һынап ҡарап була: экскурсиялар үткәреү, фотоға төшөрөү, концерттар алып барыу, - ти ул.
Музейҙағы эше уның мәктәптә тарих менән мауығыуына ауаздаш. Анастасия мәктәп музейы өсөн яуаплы булған, «Артек»ҡа һәм «Орлёнок»ҡа тарихи-патриотик сменаларға йөрөгән. Эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килгәс, ул шунда уҡ ризалашҡан.
Настя өсөн иң ауыр ваҡыт - киске экскурсияға ҡалыу. Иң еңеле - рәхәтләнеп тыңлаған һәм һорауҙар биргән кешеләр өсөн экскурсия үткәреү.
Настя эшендә күп ҡыҙыҡлы хәлдәр булғанын һөйләй. Мәҫәлән, бер тапҡыр ул кабинетынан сыҡҡас, үҙенең төркөмө - 20–25 егеттең ҡурай моңона бейегәнен күрә. Уның өсөн был иң күңелле һәм ҡыҙыҡлы экскурсия була. Иң тулҡынландырғаны - тыуған гимназияһының, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназияның педагогик коллективы өсөн. Сөнки уны барыһына ла өйрәткән кешеләргә музей тураһында һөйләү тулҡынландырғыс була.
Розалия Буранова «Шүлгәнташ»та беренсе миҙгел эшләгән. Уға музей ныҡ оҡшаған, айырыуса беҙҙең иң боронғо ата-баба - сахелантроп йәлеп иткән уны.
Башта ул өлкән коллегаларым ситләшеп йөрөр тип уйлаған.
- Аллаға шөкөр, мин яңылышҡанмын. Улар асыҡ һәм ихлас булып сыҡты, һәм мин улар менән тиҙ дуҫлаштым. Ни өсөн бында эшләргә булдым? Былтыр магазинда эшләнем - оҡшаманы. Шунан һуң апайым музей тураһында һөйләне, бында матур, уңайлы, хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ бирәләр, яңы таныштар табып була, тигәс, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Иң ауыры - киске экскурсиялар. Иң яратҡаным - коллегалар менән аралашыу һәм улар менән туңдырма ашау.
Эштә көлкөлө хәлдәр етерлек була. Беҙҙең администратор Наҙгөл апай беҙҙе үҙенең ҡустыһына димләй. Ысынында ул тик мине генә түгел, башҡа ҡыҙҙарҙы ла. Ул беҙҙе барыбыҙҙы ла «минең килендәрем» тип йөрөтә, - тип көлә Розалия.
Тағы ла бер гид Диниә Сафина, Анастасия кеүек үк, өс йыл элек коллективҡа килеп ҡушылған. Ул бына нимә тип һөйләй:
- Музейға тәүге тапҡыр ингәнемде иҫләмәйем. Ләкин уның күләме, архитектураһы һәм интерактивлығы минең күңелемә нисек тәьҫир иткәнен яҡшы хәтерләйем. Экскурсияларҙы үҙем үткәрә башлағас, мәмерйә һүрәттәре һәм боронғо кешеләрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһынып киттем. Бында мин өс йыл элек йәйгә өҫтәмә аҡса эшләү маҡсаты менән генә килдем. Килдем дә, һораным, һәм мине алдылар. Ошо ваҡыт эсендә төрлө кешеләр менән уртаҡ тел табырға һәм төрлө хәлдәрҙән сығырға өйрәндем. Иң ауыры - кешеләрҙең реакцияһы. Бөтәһенә лә оҡшарға мөмкин түгел. Кемгәлер һөйләүең оҡшай, кемгәлер юҡ, ә ҡайһы саҡта кеше булараҡ та оҡшамайһың. Әммә, дөйөм алғанда, был шул тиклем ҡурҡыныс түгел.
Диниә башта музейҙы ҡараусы булып эшләй башлаған, экскурсоводтарҙы тыңлап, бөтә текстың эстәлеген ятлап алған.
- Гид ролендә үҙемде һынап ҡарағым килде. Беҙҙең кураторыбыҙ Нәркәс Ғаяз ҡыҙы Мәүлиҙә менән миңә текст бирҙе лә: «Яҡшыраҡ һөйләгәне экскурсовод булыр», - тине. Баҡтиһәң, ул беҙҙең мотивацияны күтәрергә генә теләгән икән. Һөҙөмтәлә, беҙ икебеҙ ҙә гид булдыҡ.
Экскурсоводтарҙың һәр береһе музейға үҙ юлы менән килгән. Ләкин барыһын да бер нәмә берләштерә - «Шүлгәнташ» улар өсөн эш урыны ғына түгел, ә үҫешкән һәм дуҫтар тапҡан утрауға әйләнгән.
Анастасия Григорьева, Розалия Буранова, Диниә Сафина һәм Айзирә Әсәҙуллинаның тыуған яҡ тарихын өйрәнеүе ҡыуаныслы. Уларҙың һәр береһе «Урал-батыр» эпосын өйрәнә: кемдер уны тулыһынса яттан белә, кемдер өлөшләтә һәм буш ваҡытында өйрәнеүен дауам итә. Улар был белемдәрен ҡунаҡтар менән ихлас бүлешә, шуның менән һәр килеүсенең Башҡортостандың бай мираҫына тәрәнерәк ҡағылыуына булышлыҡ итә.