Йәмғиәт
12 Августа , 05:40

Аяғығыҙ һыҙлаһа, кәбеҫтә ярҙам итер

Аяҡ һыҙлауҙың нисек икәнен уны кисергән кешеләр генә яҡшы беләлер. Бигерәк тә тубыҡ быуыны ныҡ йонсота. Ҡайһы саҡ дарыуҙар, майҙар ҙа ярҙам итмәй. Шул ваҡытта кеше, сараһыҙҙан, халыҡ дауаһына мөрәжәғәт итә. Һеҙгә кәбеҫтәнең һыҙлаған аяҡ-ҡулдарға шифаһы тураһында бер нисә ябай ғына ысул тәҡдим итәбеҙ. Беренсеһе – кәбеҫтәле-баллы компресс...

Аяғығыҙ һыҙлаһа, кәбеҫтә ярҙам итерАяғығыҙ һыҙлаһа, кәбеҫтә ярҙам итер
Аяғығыҙ һыҙлаһа, кәбеҫтә ярҙам итер

1.Кәбеҫтәле-баллы компресс.

Кәбеҫтә япрағын алып, һуты сыҡһын өсөн унда бер нисә тишек (ярыҡ) яһайбыҙ йәки әҙерәк һуҡҡылап алабыҙ. Кәбеҫтә япрағын әҙерәк кенә йылытабыҙ (плитала йәки микроволновкала ла мөмкин) һәм өҫтөнә йоҡа ғына итеп бал һылайбыҙ.

Артабан ошо япраҡты ауыртҡан быуын өҫтөнә һалып, өҫтөнән целлофан, унан бинт һәм йылы шарф менән урайбыҙ. Төнгә ҡалдырырға мөмкин.

Дауаланыу курсы – 1 ай.

2.Балһыҙ компресс.

Бал булмаһа, кәбеҫтә япрағының үҙен генә лә ҡулланырға була. Япраҡты һуты сыҡһын өсөн әҙерәк һуҡҡылап алғас, һыҙлаған быуынға һалабыҙ һәм пленка менән ябып, бинт менән нығытабыҙ һәм йылы итеп төрөп ҡуябыҙ. Төнгә эшләү яҡшыраҡ.

  1. Гәрсис (горчица), бал һәм камфора майы менән кәбеҫтә япрағы.

3 аш ҡалағы камфора майы менән 1 аш ҡалағы балды һәм 1 аш ҡалағы гәрсисте ҡушырға. Яҡшылап бутағас, ауыртҡан быуынға һылайбыҙ. Тышынан кәбеҫтә япрағы ҡуйып, һәйбәтләп урап 2-3 сәғәт тоторға.
4.Аспирин һәм бал менән компресс.

Ике бөртөк аспирин төймәһен 1 сәй ҡалағы балды иҙегеҙ. Шыйыҡ һымаҡ булһа, әҙерәк он өҫтәргә мөмкин. Был иҙмәне һыҙлаған быуынға һөртөгөҙ һәм өҫтөнән кәбеҫтә япрағы менән ҡаплағыҙ. Бинт менән нығытып, йылы итеп урап ҡуйығыҙ.

Был ысулдар артрит, артроз булғанда ла ярҙам итә.

Кәбеҫтә ялҡынһыныуҙы һура, ҡан әйләнешен яҡшырта һәм йомшаҡ ҡына эш итә, кире эҙемтәләре юҡ.

(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).

Сығанаҡ: https://vk.ru/zdoroviedo100let

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас