Йәмғиәт
12 Августа , 04:00

Һауа торошо үҙгәрә, ләкин бошонорға урын юҡ

Шулай итеп, көндәр көҙгә тарта башланы. Һауала ла – көҙ һулышы. Ләкин бошонорға урын юҡ. Иң мөһиме, күңелдәрҙә яҙ сыуағы булһын. Бесәндәр әҙерләнде, алда – картуф алыу. Уңғандар йәй буйы үҫтергән йәшелсәләренән ҡышҡа тәмле ризыҡтар консервалай. Баҫыу уңғандары иген ура... Синоптиктар нимә вәғәҙәләй һуң?

Һауа торошо үҙгәрә, ләкин бошонорға урын юҡҺауа торошо үҙгәрә, ләкин бошонорға урын юҡ
Һауа торошо үҙгәрә, ләкин бошонорға урын юҡ

Иртәгә, кесаҙнала, синоптиктар көндөҙ республика буйынса урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен күҙалланыуы хаҡында хәбәр итте. Көндөҙ һауа торошо +22, +27 градус, көньяҡ-көнбайыш райондарҙа +32 градусҡа ҡәҙәр эҫетә.

Йомала, 14 августа, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен фаразлана. Төндә +10, +15, көндөҙ +19, +24 (көньяҡ-көнбайышҡа ҡараай +29 градусҡа ҡәҙәр) градус вәғәҙәләйҙәр.

Шулай итеп, көндәр көҙгә тарта башланы. Һауала ла – көҙ һулышы. Ләкин бошонорға урын юҡ. Иң мөһиме, күңелдәрҙә яҙ сыуағы булһын. Бесәндәр әҙерләнде, алда – картуф алыу. Баҫыуҙарҙа иген урыу дауам итә.

Ил-ара мөнәсәбәттәр ҙә яйға һалынып, ир-егеттәр еңеү менән ҡайтһын.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас