Йәмғиәт
11 Августа , 04:05

Балаларға эш урындары булдырған

Иҫке Собханғолда “Был йәйҙә аҡса эшлә” тигән девиз аҫтында үҫмерҙәр өсөн ваҡытлыса мәшғүллек программаһы эшләй. Был тәңгәлдә балаларға ярҙам итергә теләгән эш биреүселәрҙең булыуы ҡалай һәйбәт!

Балаларға эш урындары булдырғанБалаларға эш урындары булдырған
Балаларға эш урындары булдырған

Иҫке Собханғолда “Был йәйҙә аҡса эшлә” тигән девиз аҫтында үҫмерҙәр өсөн ваҡытлыса мәшғүллек программаһы эшләй. Был тәңгәлдә балаларға ярҙам итергә теләгән эш биреүселәрҙең булыуы ҡалай һәйбәт!

Мәҫәлән, эшҡыуар Билалова Оксана Салауат ҡыҙы ике уҡыусы ҡыҙға эш бирҙе. Балаларҙы эшкә алғанда хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ эш шарттары менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә.

Шулай итеп, йәй ял итеү мәле генә түгел, үҙеңде эштә һынап ҡарау мәле лә!

Балалар тәүге тәьҫораттары менән дә бүлешә. Күптәр өсөн был тәүге хеҙмәт тәжрибәһе һәм ул бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булған. Бынан тыш, балалар рәсми стаж йыя башлаған һәм тәүге хеҙмәт емештәрен татыған – беренсе эш хаҡтарын ҡулдарына алғандар.

Мәшғүллек үҙәге йәштәр мәшғүллеген үҫтереүгә булышлыҡ иткәне һәм үҙәк менән хеҙмәттәшлеге өсөн О. Билаловаға рәхмәт белдерә.

2026 йылдың йәйге каникулы мәлдәрендә эшләп ҡарарға теләгән уҡыусылар район мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.

 

Сығанаҡ: vk.ru/wall-165617210_3896

Балаларға эш урындары булдырған
Балаларға эш урындары булдырған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас