Йәмғиәт
11 Августа , 06:30

Ҡайһы тиклем аҡсаһынан яҙған...

Пенсионер бурҙарға 14 000 000 һумдан күберәк аҡсаһын биргән. Нисек улай килеп сыҡҡан һуң?

Ҡайһы тиклем аҡсаһынан яҙған...Ҡайһы тиклем аҡсаһынан яҙған...
Ҡайһы тиклем аҡсаһынан яҙған...

Пенсионер бурҙарға 14 000 000 һумдан күберәк аҡсаһын биргән. Нисек улай килеп сыҡҡан һуң?

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 65 йәшлек ир ҙур суммала аҡсаһын урлауҙары тураһында Өфөлә полицияға мөрәжәғәт иткән.

Тикшереү күрһәтеүе буйынса, 2026 йылдың майында оло йәштәге иргә билдәһеҙ ханым шылтыратҡан һәм үҙен “аналитик үҙәк белгесе” тип таныштырған. Ул пенсионерҙың  МФЦ-ға барғаны булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынған. Ыңғай яуап алғас, шылтыратыусы ирҙең шәхси мәғлүмәттәренең сит кешеләргә эләгеүе тураһында белдергән һәм яҡын арала уның менән ФСБ хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сығасағы тураһында әйткән.

Тиҙҙән ир менән, йәнәһе лә, “бүлек начальнигы” бәйләнешкә сыҡҡан. Ул, имеш, пенсионерҙың средстволары терроризмды финанслауға киткән, тип хәбәр иткән. Башта зыян күреүсе бурҙарҙың һүҙҙәренә ышанмаған. Ләкин аферист бик ныҡыш булып сыҡҡан һәм, йәнәһе лә, үҙенең шәхесен раҫлар өсөн иргә мессенджерҙа видеобәйләнеш аша аралашырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә, ир хәүефтең “ысын икәненә” ышанған. Ялған хеҙмәткәр иргә терроризмға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләнеп, енәйәт яуаплылығына тарттырылмаҫ өсөн Үҙәк банктағы иҫәпте тиҙ арала “обнулить” итергә ҡушҡан.

Уларҙың инструкцияһына эйәреп, зыян күреүсе банк бүлексәһенә юл тотҡан. Банк хеҙмәткәре ир менән һөйләшеп ҡараған, мутлашыуҙар тураһында иҫкәрткән. Ләкин шулай ҙа пенсионер башта - 6 миллион, унан 8 миллион һум аҡсаһын алған. Алынған аҡсалар курьерҙарға тапшырылған һәм бурҙарҙың банк иҫәптәренә күсерелгән.

Бары тик 6 августа ғына зыян күреүсе курьерҙар биргән ялған документтар менән Үҙәк банктың Өфө ҡалаһындағы офисына барған һәм үҙенең мутлашыусылар ҡорбаны булғанлығын аңлаған. Банк хеҙмәткәрҙәре уға полицияға мөрәжәғәт итергә тәҡдим иткән.

Айырыуса ҙур күләмдәге был мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас