

Нәби ауылында Моронташ һәм Ә. Һатыбалов урамдары араһында тыҡрыҡта юл булмауы халыҡты электән борсой ине.
Сөнки 600 метр тирәһе Моронташ урамын Ә. Сатвалов урамы менән тоташтырған был берҙән-бер тыҡрыҡ.
Яҙ көндәре, ямғыр күберәк яуған йылдары, үткеһеҙ булды. Ниһайәт, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин ыңғай хәл итеп, быйылғы йылда «Алағуян» МУП-ы хеҙмәткәрҙәре был эште башҡарып ҡуйҙы.
"Ошо халыҡҡа кәрәкле тыҡрыҡҡа таш түгеүгә үҙ көсөн индергән һәр кемгә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәттәр еткерәм!
Иҫәнлек-һаулыҡ, ғәилә именлеге теләйем!"- тип изге теләктәрен еткерә ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Муллағолов.
Сығанаҡ: vk.ru/wall-217344270_1969