Йәмғиәт
10 Августа , 04:10

Ниндәй техникала дөйөм ҡулланылыштағы юлға сығырға ярамай?

2026 йылдың 3 авгусынан 4 сентябренә тиклем беҙҙең республика биләмәһендә “Трактор” тигән профилактик айлыҡ үтә.

Ниндәй техникала дөйөм ҡулланылыштағы юлға сығырға ярамай?Ниндәй техникала дөйөм ҡулланылыштағы юлға сығырға ярамай?
Ниндәй техникала дөйөм ҡулланылыштағы юлға сығырға ярамай?

2026 йылдың 3 авгусынан 4 сентябренә тиклем беҙҙең республика биләмәһендә “Трактор” тигән профилактик айлыҡ үтә.

Гостехнадзор һәм дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙйөрөшлө техникаға - тракторҙарға, юл-төҙөлөш техникаһына, квадроциклдарға һәм башҡа юлһыҙ ерҙән йөрөй алыусы техникаға иғтибар бирәсәк.

Төп бурыс – был техникаларҙы файҙаланғанда авария һәм ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү.

Инспекторҙар нимәләргә иғтибар бирәсәк?

-Документтарға: тракторист-машинист танытмаһының, техниканы теркәү тураһында таныҡлыҡтың һәм ғәмәлдә булған ОСАГО полисының булыу-булмауы тикшереләсәк.

-Машиналарҙың техник торошо ҡараласаҡ: тормоздар, яҡтыртыҡ приборҙары һәм башҡа системалар төҙөкмө, техника техник күҙәтеү үткәнме.

-Спорт ҡорамалымы әллә  транспорт средствоһымы? Шуны иҫтә тотоу кәрәк: әгәр квадроцикл йәки мотоцикл спорт ҡорамалы булараҡ документлаштырылған икән (үҙйөрөшлө машина паспортыһыҙ), уның менән дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығыу (хатта тупраҡ юлдарға ла!) ҡәтғи тыйыла!

Уларҙың урыны – махсуслаштырылған трассалар һәм ябыҡ майҙансыҡтар. Был ҡағиҙәне боҙған өсөн водителдәргә (уларҙың ата-әсәләренә) етди административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Айлыҡтың маҡсаты – кешегә яза биреү генә түгел, ә иҫкәртеү һәм ярҙам итеү. Әгәр һеҙҙең техниканы теркәү, документтар эшләү йәки техниканы хәүефһеҙ ҡулланыу тураһында һорауҙарығыҙ бар икән, һеҙ һәр ваҡыт гостехнадзорҙың урындағы подразделениеһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Әйҙәгеҙ, юлдарыбыҙҙы һәм ялыбыҙҙы бергәләп хәүефһеҙ итәйек!

Сығанаҡ: https://vk.ru/burzyanadm13

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас