Йәмғиәт
10 Августа , 05:10

МХО яугирын йәшен дә атҡан, айыу ҙа эҙәрлекләгән...

МХО яугиры йәшен атҡандан һуң айыуҙан да имен ҡалған һәм тулыһынса тиерлек фалиш һуҡҡан кәүҙәһе менән юлға тиклем шыуышҡан.

МХО яугирын йәшен дә атҡан, айыу ҙа эҙәрлекләгән...МХО яугирын йәшен дә атҡан, айыу ҙа эҙәрлекләгән...
МХО яугирын йәшен дә атҡан, айыу ҙа эҙәрлекләгән...

Алтай Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры ғәмәлдә булыуына ышаныуы ҡыйын булған хәл тураһында һөйләгән.

Өйөнә отпускыға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугиры атта һыбай китеп барған сағында юлында айыу осраған. Ул атын ағасҡа бәйләп тороп, урман хужаһы менән алышҡа сығырға ҡарар иткән. Тап шул ваҡытта яугир атын бәйләп торған ағасты йәшен атҡан.

Йәшен разряды ағас, ат һәм ир аша үткән. Ағастың олоно сыраға бүленеп осҡан. Ат шунда уҡ йән биргән һәм яугирҙың аяғының өҫтөнә йығылған. Йәшен уғы ирҙең соңҡаһына һәм елкәһенә эләккән: уның кәпәсе һәм күлдәгенең яғаһы янып киткән, ә кәүҙәһе тулыһынса тиерлек хәрәкәтһеҙ ҡалған – фалиш һуҡҡан.

Ауыр йәрәхәттәргә ҡарамаҫтан, яугир өҫтөнә ҡолаған аты аҫтынан сығырға көс тапҡан һәм юлға ҡарай шыуыша башлаған. Юлға бер саҡрым самаһы ҡалған. Яугир һөйләүенсә, бөтә был ваҡыт эсендә айыу уны эҙәрлекләүҙән туҡтамаған. Шуға күрә уға бер ҡулы менән мылтығын бер нисә тапҡыр яһап, тайыштабанды ҡурҡыта-өркөтә барырға тура килгән. Ул, йөрәге туҡтап бара икәнен аңлап, юлда үҙ-үҙенә массаж менән йөрәген бер нисә тапҡыр кире эшләргә мәжбүр иткән.

Хәҙер яугир дауаханала. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, егет табиптар араһында ысын-ысындан легендаға әйләнгән.

Сығанаҡ: https://www.alt.kp.ru/daily/277805.5/5286739/

МХО яугирын йәшен дә атҡан, айыу ҙа эҙәрлекләгән...
МХО яугирын йәшен дә атҡан, айыу ҙа эҙәрлекләгән...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас