

Бөгөн дә районда ошо кәсепкә тоғро ҡалып, бал ҡорто үрсетеп, район халҡын ғына түгелбашҡаларҙы ла тәмле лә, файҙалы ла Бөрйән балы менән тәьмин итеүселәр бар. Улар араһында ҡорстолар нәҫелен дауам итеүселәр ҙә, был кәсеп менән ҡыҙыҡһынып, тәүәкәлләп, ошо эшкә тотоноп китеүселәр ҙә бар.
Ҡотан ауылында йәшәүсе Рәфҡәт ағай Ғәҙелшин алты тиҫтә йылдан ашыу умартасылыҡ эше менән шөғөлләнә.
-1960 йылдарҙа атайым сана менән утынға барғанында бер күс бал ҡорто табып алып ҡайтҡайны. Шул ваҡыттан алып ҡорт үрсетә башланыҡ. 1964 йылда үҙем тәүге мәртәбә ҡорт яптым. Өйҙәге оло кешеләр звенола ине. Атайым бөтә нәмәләрҙе әҙерләп, күрһәтеп киткәйне, өләсәйем менән икебеҙ айырылған ҡортто һоҫоп алып, урынлаштырҙыҡ. 10-сы класты бөткәс совхозға умартасы ярҙамсыһы итеп эшкә саҡырҙылар. Ул ваҡытта совхоздың 4 умарталығы бар ине.
Һуңынан лесхозда эшләп йөрөгәндә Петр Андреевич Боткин (“Бөрйән” совхозында ҡортсолоҡто үҫтереүгә күп көс һалыусы) умарталыҡҡа ҡортсо итеп эшкә саҡырҙы. Унда 5 йыл эшләнем. Аҙаҡ бригадир-управляющий булып киттем һәм шул осорҙа тағы бер умарталыҡ булдырҙыҡ. Совхозда барлығы 12 умарталыҡ булды, шуның 5-әүһе беҙҙең бүлектә ине. Уларҙа 800-ләп умарта булды. Бишеһендә биш умартасы эшләне, йәйгелеккә ярҙамсылар бирелде. Унан тыш, ҡурсаулыҡта умартасы-зоотехник булып эшләнем.
Артабан мәктәп директоры булып киттем, үҙем риза булмаһам да, сход йыйып, ошо вазифаға тәғәйенләгәйнеләр. Унда ла ҡортсолоҡто үҫтереү менән булыштым, Умартасылыҡ дәрестәрен алып барҙым. Мәктәпкә 2 баш ҡорт бүләк иткәйнеләр, уларҙың һанын 25-кә еткерҙек. Ҡотан мәктәбе заманында иң бай мәктәп булды.
Бал һатып лазерлы принтер, цифрлы видеокамера, компьютер, бысҡы һәм башҡа әйберҙәр алдыҡ. Ҡорт көсө менән йәшәнек, тиһәң дә була. Хатта Хәсәнов мине “медовый барон” тип тә йөрөтә торғайны, - тип йылмая Рәфҡәт Ғәлийән улы.
Бөгөнгө көндә Рәфҡәт ағайҙың ауылдан ситтә айырым умарталығы бар. Унда 125-ләп баш ҡорт тота. Йәйге осорҙа эш күбәйгән ваҡытта улдары килеп ярҙам итә. Әйткәндәй, улар ҙа ҡортсолар. Улы Илдар 50-нән ашыу баш ҡорт тотһа, Ришаты вахта ысулы менән эшләү сәбәпле, умарталар һанын ундан арттырмай.
-Быйыл Берлектән 9 класты бөткән Айҙар тигән егет килеп, эшкә өйрәнеп ҡайтты. Гәзиттә “эш эҙләйем” тигән иғлан күреп, иптәшем Венера һөйләшеп, эшкә саҡырған. Айҙар күп балалы ғаиләлә тәүге бала. Эшкә бик тиҙ өйрәнеп китте, ихлас, яратып эшләне. Ҡортто үҙе һоҫоп, үҙе бикләп өйрәнде. Киләсәктә ғүмерен умартасылыҡ менән бәйләр тип уйлайым.
Ҡорттарҙы ҡышлауҙан 26 майҙа сығарҙыҡ, әлбиттә, ундай һуң сығарған осраҡтар бик һирәк. Бал быйыл уртаса булды. Совхозда эшләгән ваҡытта 10-12 тонна бал тапшыра торғайныҡ, ә шәхсән үҙемдең умарталыҡтан иң күбе 2,5 тонна бал алғаным булды.
Быйыл йүкә ярайһы оҙаҡ сәскә атты, үлән дә һәйбәт үҫте. Ҡорттар йүкәлә лә, үләндә лә эшләне. Корпустарҙы сискәндән һуң да әле сәскәнән 12 кг бал килтерҙеләр. Йүкә ғәҙәттә 15-20 көн сәскә ата, ул осорҙа 1-2 тапҡыр бал бороп алырға була. Сәскә балын айырым бороп алабыҙ.
Күптән был өлкәлә эшләгәс, үҙебеҙҙең даими клиенттар етерлек, Нефтекаманан, Өфөнән, Мәскәүҙән, хатта Япониянан да алыусылар бар. 3 литр йүкә балын 4 меңгә һатабыҙ, сәскә балыныҡы осһоҙораҡ.
Хәҙер бал ҡорттары элеккеләренән айырыла. Минең күҙәтеү буйынса, элек ҡорттар йүкә сәскә ата башлағанда инәлекте ҡырҡып ташлайҙар ҙа, айырыуҙан туҡтап, йүкәгә эшкә сығырҙар, хатта ай яҡтыһында ла йәбешеп ятып эшләрҙәр ине. Хәҙер иһә йүкә сәскә ата башлағас та, атҡан ваҡытында ла, атып бөткәс тә айыралар. Ә айырған ваҡытта ҡорттар эшләмәй - балауыҙ ҙа һыҡмайҙар, бал да ташымайҙар. Был бал ҡорттарының нәҫелдәре үҙгәреүҙән, сөнки Үзбәкстан яғынан килгән ҡорттар күбәйҙе. Улар иһә йүкәнең нимә икәнен дә белмәйҙәр, йүкә сәскә атҡан ваҡытта ла сәскәнән бал йыйып тик йөрөйҙәр.
Нәҫел әре ҡорттар арҡаһында үҙгәрә. Әре ҡорттар йәй буйына инә эҙләй һәм уларҙы бөтә күстәр ҙә ҡабул итә. Инә ҡорт эҙләп, улар 10-15 км алыҫлыҡҡа ла китәләр. Ә инә ҡорт үҙенең ояһының әре ҡорттарын ҡабул итмәй. Шунлыҡтан сит ҡорттар үрсей. Үҙем ситтән ҡорт һатып алғаным юҡ, һаман атайым алып ҡайтҡандан үрсегән бал ҡорттарын тотам.
Ошо арала ҡышҡа әҙерлекте башлайбыҙ. Бал ҡорттары көс йыйырға тейеш. Инәгә йомортҡа һалырға буш урындар бармы-юҡмы ҡарайым, емләп тә ебәрәм. Сентябрь аҙаҡтарына тиклем ревизия үткәреп, буш рамдарын алам. Элек ҡорттарҙың ҡышҡа әҙерлегенә кеше ҡыҫылмай ине, үҙҙәре әҙерләнделәр. Хәҙер генофонд үҙгәргәс, уларҙың фиғелдәре лә башҡа. Мәҫәлән, ҡышҡыһын ситке рамдарҙан балдарҙы алып, уртаға йыйып әҙерләй торғайнылар. Әле иһә урта ла, бала сығарған урындар ҙа буш, ситтә бал күп. Ә уртала бал булмаһа, бал ҡорттары үлә. Шуға мотлаҡ ревизия үткәрергә кәрәк. Бал ҡорттары ҡышҡа көслө булып инһә, яҙға имен-аман килеп сығалар. Ҡорттарҙың да кешеләрҙеке кеүек төрлө ауырыуҙары бар, шуның өсөн даими ҡарау, тәрбиәләү кәрәк.
Районда ҡортсолоҡ нығыраҡ үҫешһен ине. Бөрйәндең киләсәге – туризм, тибеҙ. Уға өҫтәп мин “Бөрйәндең киләсәге туризм менән ҡортсолоҡ” тип әйтер инем. Бөрйән балы һәр ваҡыт иң тәмле бал булып ҡаласаҡ, уны һораусылар ҙа кәмемәйәсәк. Шуға үҙебеҙҙең бөрйән ҡортон тергеҙеү эштәрен башларға кәрәк. Уның өсөн бөрйән ҡортоноң инәһен үрсетеү зарур. Әгәр ошо эште үҙ ҡулыбыҙға алмаһаҡ, сит ҡорттар баҫып аласаҡ.
Умартасылыҡ менән теләгән һәр кем булыша ала, бер-ике баш ҡорт тотоу бөтәһенең дә ҡулынан килә. Уның ҡарауы үҙҙәренә ашау өсөн булһа ла бал буласаҡ. Бал булмаған йыл һирәк, мин белгәне бирле 2-3 йыл ғына бал бөтөнләй булманы. Әйткәндәй, совет заманындағы статистика буйынса оҙаҡ йәшәүселәрҙең 85 проценты бал ҡорто продукттарын ҡулланыусылар.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн иң беренсе дәреслек һатып алырға кәрәк, Аветисяндың “Умартасы дәреслеге”н тәҡдим итер инем. Унан тәжрибәле ҡортсолар менән кәңәшләшеү ҙә мөһим. Район ҡортсоларынан Гәрәй Йомағолов, Зәйнулла Йосопов башлаған ғына осорҙарында кәңәш һорап йыш шылтыраттылар, хәҙер үҙҙәре тәжрибәле умартасылар. Теләгең, ихласлығың булһа, бер эш тә ҡарышмай, - тип һүҙен тамамланы тәжрибәле умартасы Рәфҡәт ағай Ғәҙелшин.
Ҡортсо эшен үҙ итеп, уның киләсәге өсөн янып-көйөүсе бал ҡортондай егәрле, тырыш умартасылар һаҡлай ул Бөрйән брендын.