

Бөрйән районында район халҡы тарафынан 2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә тауыш биреү барышында һайланған йәмғиәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә.
Иҫке Собханғол ауылында (Ағиҙел ҡасабаһы) Совет һәм Муса Гәрәев урамдары киҫешкән урында йәмғиәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Проект буйынса унда заманса ял зонаһы һәм тротуарҙар, хәүефһеҙ һәм экологик япмалар менән ҡапланған инновацион балалар майҙансығы, уйын ҡоролмалары, модернизацияланған яҡтыртыу системаһы, мәҙәни-күләм саралар үткәреү өсөн сәхнә, бәҙрәф эшләү күҙаллана.
Төҙөкләндереүҙең был объекты 2025 йылда халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһе буйынса һайланды.
Сығанаҡ: https://vk.ru/ramilabdullinburzyan