Йәмғиәт
7 Августа , 07:05

Инвалидтарҙы реабилитация саралары менән тәьмин итәсәктәр

Башҡортостанда инвалидтарҙың айырым категорияларынан техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Инвалидтарҙы реабилитация саралары менән тәьмин итәсәктәрИнвалидтарҙы реабилитация саралары менән тәьмин итәсәктәр
Инвалидтарҙы реабилитация саралары менән тәьмин итәсәктәр

Башҡортостанда инвалидтарҙың айырым категорияларынан техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы.

 

Был хаҡта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығынан хәбәр итәләр.

Ҡабул итеү ваҡыты: 2026 йылдың 7 авгусынан 27 авгусына тиклем. 

Ғаризалар БР хөкүмәтенең 2019 йылдың 20 майында ҡабул ителгән «БР бюджеты иҫәбенә Башҡортостанда йәшәгән инвалидтарҙың айырым категорияларын техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү тураһындағы» ҡарарға ярашлы тапшырыласаҡ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ғаризаһы өҫтөнлөклө рәүештә ҡараласаҡ.

“Башинформ”.

Фото: Валерий Шахов.

Автор: Инсаф Хужабирганов.

Автор:
Читайте нас