Йәмғиәт
6 Август , 05:45

Бурҙар студентканы талаған

Өфөлә Һупайлы биҫтәһе полиция бүлегенә баш ҡалалағы бер университеттың студенткаһы – 22 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт иткән.

Өфөлә Һупайлы биҫтәһе полиция бүлегенә баш ҡалалағы бер университеттың студенткаһы – 22 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт иткән.

 Телефон аша эш итеүсе бурҙар уның 910 мең һумдан артығыраҡ аҡсаһын “һурып” алған. Шуның 840 мең һумы – заемға алынған аҡса.

Йәнәһе лә, магазиндан өйгә әйбер (ризыҡ) килтереүсе хеҙмәттең (доставка хеҙмәте) “ҡармағына” эләккән был ҡыҙ. Посылканы алыу өсөн уға телефонына килгән кодты әйтеүен һорағандар. Артабан ҡыҙҙы уның Дәүләт хеҙмәте сайтын боҙоу һәм уның исеменә кредиттар документлаштырыу менән ҡурҡыта башлағандар.

Ҡыҙ уларға ышанған һәм уларҙың барлыҡ инструкцияларын үтәгән. Ул кредит алып ҡына ҡалмаған, үҙенең ювелир әйберҙәрен дә ломбардҡа алып барып, 70 мең һум аҡса сығартып алған. Ул аҡсаны ла аферистарға ебәргән.

Телелфон аша эш итеүсе “таныштары”, уның барлыҡ средстволарын алып бөтөп, бәйләнешкә сыҡмай башлағас ҡына ниндәй бәләгә тарығанлығы ҡыҙҙың башына барып етә.

“Башинформ”дан.

Автор: Элина Әхмәтова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас