Йәмғиәт
5 Августа , 05:30

Йәй көнө нисек дөрөҫ туҡланырға?

«Йәйгеһен, эҫе көндәрҙә ашап ултырғы килмәй, кешеләр күберәк һыу, һуттар эсергә, йәшелсә-емештәрҙе, еңелерәк аҙыҡты ашарға тырыша. Ләкин барыбер организмға етерлек кимәлдә аҡһым инергә тейешлеге тураһында уйларға кәрәк.

Йәй көнө нисек дөрөҫ туҡланырға?Йәй көнө нисек дөрөҫ туҡланырға?
Йәй көнө нисек дөрөҫ туҡланырға?

 Кәм тигәндә тәүлегенә бер килограмм ауырлыҡҡа - бер грамм. Бәлки, ҙур киҫәктәрҙәге майлы ит рәүешендә түгелдер, ә кәтлиттәр йәки парҙа бешерелгән ит ризыҡтары, майы аҙ булған ит йәки балыҡ рәүешендәлер, сөнки унда сүстәр аҙыраҡ, ләкин аҡһым иҫәбе иттәге кеүек үк. Һөт ризыҡтары ла яҡшы үҙләштерелә, уның составындағы аҡһым да иттәге кеүек үк.

 

Шуны онотмаҫҡа кәрәк: йәшелсә-емештәрҙә В төркөмө витаминдары бик аҙ миҡдарҙа була. Әгәр ҙә бөртөклө ризыҡтарҙы, шул иҫәптән икмәкте лә сикләһәң, уны ашағы килмәгәнгә күрә, организм В төркөмө витаминдарын етерлек алмай, шуның арҡаһында нервы системаһы һәм тире зыян күрә. Йәғни, аҡһымдан һәм икмәктән үҙеңде сикләү яҡшы түгел. Ләкин миҙгелле йәшелсә-емештәрҙе һәм еләктәр мотлаҡ ашарға кәрәк, өҫтәүенә төрлө төрҙәрен ашарға тырышырға кәрәк, сөнки һәр береһендә башҡаларында булмаған ниндәйҙер файҙалы матдәләр бар».


Башҡортостанда билдәле диетолог, гастроэнтеролог, фитотерапевт Геннадий Соколов йәйге осорҙа нисек дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләне. Ул рационда ҡара төҫтәге еләктәр мотлаҡ булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, уларҙа тамырҙарҙы нығытыусы биофлавоноидтар, антоциандар бар. Ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсә-емештәр бик файҙалы - помидорҙа ир-аттарға файҙалы ликопин бар, ул простата хәлен яҡшырта. Өҫтәүенә, уны яңы өлгөргән помидорҙа түгел, ә быҡтырылғанда һәм томат пастаһында күберәк. Кишерҙә, өрөктә һәм һырғанаҡта күреү һәләтен, тирене яҡшыртыусы, эсәктәрҙең лайлалы шекәрәһен тергеҙеүсе бета-каротин бар.


«Йәшелсә-емеште ҡабул итеү нормаһы - кеше башына тәүлегенә 400-500 грамм ғына. Унан артығын ашау маҡсатҡа ярашлы түгел, сөнки йәшелсә-емештә башлыса С витамины һәм фолий кислотаһы кеүек һыуҙа ирей торған витаминдар була. Улар организмда тупланмай.

Әгәр организмда ошо матдәләр дефициты булһа, бер нисә көн дауамында етерлек күләмдә йәшелсә-емеш ашап, дефицитты бөтөрөп була. Организм туйынасаҡ, артығы бауырҙа эшкәртелеп, бәүел менән сығарыласаҡ. Һыуҙа ирей торған витаминдарҙы киләсәк өсөн запасҡа туплауҙың мәғәнәһе юҡ. Йәшелсә-емеште күберәк ашағы килһә, тимәк, организмға клетчатка кәрәктер. Айырыуса эсе ҡатыуға дусар булған кешеләргә клетчатка кәрәк».


Табип емештәрҙә шәкәр күп булыуын иҫкә төшөрҙө. Тимәк, улар калориялы. Ә артыҡ калориялар - ул артыҡ кәүҙә ауырлығына юл. Һәм йәшелсәләрҙе күбеһенсә майҙа ҡуралар, ә май, үҙ сиратында, шулай уҡ калориялыраҡ. Яҡшырағы йәшелсәләрҙе бешереү. Сөнки, мәҫәлән, ҡайнатҡанда күп файҙалы матдәләр һыуға китә, ә мейестә йә духовкала бешергәндә улар һаҡланып ҡала. Бынан тыш, ундай йәшелсәләр яҡшыраҡ үҙләштерелә».

Автор:"Башинформ"дан тәржемә ителде.
Читайте нас