

Тормошобоҙҙо бөгөн сауҙанан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ризыҡ, кейем, йыһаз һәм башҡаһы кәрәкһә лә, төҙөлөш материалдары артынан да беҙ магазиндарға ашығабыҙ. Һайларлыҡ мөмкинлек булһа, ғәҙәттә, һатыусылары алсаҡ, ихлас, кеше менән аралашып ҡына барған магазиндарға инергә тырышабыҙ.
Район үҙәгендәге “Миләш” магазинының төҙөлөш материалдары, һауыт-һаба, буяу-фәлән һатылған яғы ла күптән халыҡтың яратҡан сауҙа нөктәһенә әйләнгән. Ни өсөнмө? Сөнки унда беҙҙе мөләйем йөҙлө һатыусы ихлас йылмайыу менән ҡаршы ала. Роза Марат ҡыҙы Усманова ул. 2005 йылда эшкә килеп, бына 21 йыл бер урында – “Миләш” магазинында.
-Уға тиклем райпола эшләп алдым, төрлө эшҡыуарҙарҙың магазиндарында һатыу иттем. Йәмғеһе 36 йыл тирәһе сауҙаламын.
“Миләш”тә эшләй башлаған йылдарҙа бигерәк күңелле була торғайны. Сөнки район үҙәгендә төҙөлөш материалдары һатҡан башҡа сауҙа нөктәләре юҡ кимәлендә, күпселек кеше беҙгә килә ине.
Эшем бик оҡшай. Көнө буйы төрлө кешеләр менән аралашаһың, уларға материал һайлауҙа кәңәштәр ҙә бирәм. Был йылдар эсендә тәжрибә туплап, хәҙер хатта сантехника материалдары һайлаған ирҙәргә лә кәңәш бирерлек булдым.
Инде киләһе йыл ташлармын, тейем дә тағы дауам итәм. Сөнки урынға кеше юҡ. Хәҙер бының кеүек эшкә атлығып торған йәштәр юҡ бит ул.
Мин үҙемдең ҡараңғы сырай күрһәтеп, кеше менән һөйләшер-һөйләшмәҫ торған һатыусылар эшләгән магазиндарға ҡабат барғым килмәй ҙә ҡуя. Миңә хәбәрҙәрен, хәл-әхүәлдәрен һөйләп сығыр өсөн генә лә инеүселәр бар. Хатта махсус ултырғыс ултыртып ҡуйғанмын ундай апай-инәйҙәр өсөн. Көнөм шулай үтә, - ти Роза Марат ҡыҙы.
Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, оҫта баҡсасы ул. Ҡыҙы Айгөл ғаиләһе менән Мегионда йәшәй, газ тармағында эшләй.
Улы Венер Сорғотта эшләп ҡайтып, хәҙер Иглинда “тиҙ ярҙам” хеҙмәтендә фельдшер. 6 ейән-ейәнсәргә өләсәй булыу бәхетен дә кисерә Роза Усманова.
Эйе, урын кешене матурламай, кеше урында матурлай. “Миләш” сауҙа нөктәһенең тәү ҡарамаҡҡа күңелһеҙерәк тойолған төҙөлөш материалдары бүлегенә ингән кеше бында ихласлыҡ, күңел йылыһы тоя һәм юҡ йомошон да бар итеп, ҡабат-ҡабат инеп сығырға тырышып тора икән, уның сере һатыусыла – һатып алыусыларҙы һәр саҡ ихлас ҡаршы алып, тауарҙар һайлашырға әҙер торған, 36 йыл ғүмерен сауҙа тармағына бағышлаған, күңел яҡтылығы йөҙөндә сағылған Усманова Роза Марат ҡыҙында.
Т. Баһауетдинова.