

Олатайҙар төбәге булған Тимер ауылының йәмле Боһондо йылғаһы буйында Яманғоловтарҙың шәжәрә йыйыны үтте.
Беҙҙең нәҫел Яманғол олатайҙан башланған. Ул 1760 йылғы. Тормош иптәше Хәлимә өләсәй менән 4 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр - Яманһары 1784 йылғы, Рысҡужа 1787 йылғы, Байһары һәм Килдеғужа 1796 йылғы булған. Килдеғужа, ҡыҙғанысҡа күрә, үҫмер сағында үлеп ҡалған. Был мәғлүмәттәрҙе Яманғолов Ғәле Хөбөтдин улы бабайыбыҙ яҙып ҡалдырған шәжәрәгә таянып, Яманғолов Руслан Вәкил улы архив аша яҙҙырып алған.
Иң ололары Яманһарының балалары тураһында тик архив мәғлүмәттәре аша ғына беләбеҙ. Бәлки, Бөрйәндән күсеп киткәндәрҙер тип тә уйлайбыҙ. Вариҫтары әлеге көндә билдәһеҙ. Архив мәғлүмәттәре буйынса егерме ике исем табылды.
Байһары вариҫтары күбеһенсә Бөрйән, Баймаҡ райондарында йәшәйҙәр, барлығы 396 исем. Байһары олатайҙың ике улы – Байегет, Ишмөхәмәт һәм Байегет олатайҙың да ике улы - Ишбулды, Өмөтҡужа - булған. Әлеге көндә Ишбулды олатайҙың ейәне - Сәйҙә апайҙың кесе улы Хәлил ҡустыбыҙ олатай нигеҙендә Тимер ауылында донъя көтә.
Туғандарҙы берләштереү, ойоштороу эшен алты йыл элек Яманғолова (Шәкирова) Ольга Рим ҡыҙы башланы. Аҙаҡ уға Нәҙершина (Садиҡова) Гүзәл Булат ҡыҙы ҡушылды. Руслан ҡустыбыҙҙың архив мәғлүмәттәрен дауам итеп, туғандар исемлеген тултырып, шәжәрәнең электрон варианты һәм банер эшләнде.
Йыйын көнөндә Хоҙай беҙгә аяҙ, матур һауа шарттары бүләк итте. Тарихи олатайҙар төбәгенә туғандар менә күрешергә тип бөтә республика, Рәсәй буйлап таралған туғандар ашҡынып ҡайтты.
Шәжәрә байрамына Яманғол олатайҙың Рысҡужа улынан таралған 2060 кешенән торған вариҫтары йыйылды. Йыйын барышында нәҫелде дауам иткән ир-егетттәр - Яманғоловтар, Ниәтшиндар, Нәҙершиндар, Айытҡоловтар, Байсариндар тәбрикләнде. Иң оло бабайыбыҙ Мансур Хөбөтдин улына әлеге көндә 88 йәш, иң кесе ейәнебеҙҙең дә исеме Мансур, уға ике йәш.
Рысҡужа вариҫтары, Килдеғужа, Ғәбделхәким, Ташбулат, Хафиз, Айытҡол, Хөбөтдин, Вәлиша, Ғәҙелша, Ниәтша, Кинйәбулат ҡартолатайҙар балаларына бүленеп, 9 ғаилә төркөмөнә берләште. Сара барышында һәр төркөм үҙҙәре менән таныштырып сыҡты.
Яманғоловтар Бөрйән районында көслө, рухлы, әүҙем араларҙың береһе. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Яманғолов Айытҡол Әхмәтша улы 1888 йылда тыуған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, бик мәргән атыусы снайпер булып көмөш сәғәт менән бүләкләнгән. Аҙаҡ районда совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Һуғыш башланғас, колхоз председателе итеп ҡуйғандар. 1943 йылда олатай өҫтөнән ялыу яҙып, төрмәгә ябып, ун йылға хөкөм итәләр. Төрмәлә 1944 йылда үлеп ҡала. Үлгәндән һуң Айытҡол олатайҙы аҡлағандар.
Бөйөк Ватан һуғышында Яманғоловтар нәҫеленән 11 кеше ҡатнашҡан. Ҡыҙғанысҡа күрә, Яманғолов Фауарис Килдеғужа улы, Яманғолов Хөбөтдин Әхмәтша улы, Нәҙершин Зәки Аҡъегет улы һуғыш ҡорбаны булған. Яманғолов Әблелхай Кинйәбулат улы, Яманғолов Зекериә Айытҡол улы, Яманғолов Ҡорбанғәле Ташбулат улы, Яманғолов Моратша Ниәтша улы, Нәҙершин Зәкир Вәлиша улы, Нәҙершин Мотаһар Зәкир улы, Байназаров Әбдразаҡ Ғиниәтулла улы, Байназаров Айытбай Ғиниәтулла улы иҫән ҡайтҡандар.
Беҙҙең өләсәйҙәребеҙҙең тормош иптәштәре Алтыншин Солтанмәхмүт Йәлмырҙа улы, Баймырҙин Гәрәй Бикмырҙа улы, Баймырҙин Таһир Бикмырҙа улы, Шәмиғолов Нөғөмән Ибраһим улы ла һуғышта ятып ҡалған.
Олатайҙар Аллабирҙин Мортаза Ғәлләметдин улы, Манапов Әхмәтулла Атаулла улы, Мөхәмәтов Әбүзәр Мөхәмәтхан улы, Шәрипов Ғилметдин Ғәйнетдин улы тере ҡайтҡан.
Нәҫелдең 8 егете Чечняла, Таджикстанда “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә хеҙмәт иткән. МХО-ла хеҙмәт иткән батыр улдарыбыҙ, кейәүҙәребеҙҙең һаны ике тиҫтәнән ашыу. Үкенескә күрә, Салауат Мөхәмәтдинов, Илдар Әбйәлилов, Дамир Яманғолов, Алексей Шевкунов, Ренат Сәббәхов, Виктор Сапалев, Альберт Баймырҙин, Әлфир Бикмөхәмәтов атлы туғандарыбыҙҙы юғалттыҡ. Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ Ватан алдындағы бурыстарын лайыҡлы үтәп, үҙҙәрен аямайса, һәләк булдылар.
Йыйын барышында яу яландарында ятып ҡалған олатайҙарыбыҙ, атайҙарыбыҙ, ҡустыларыбыҙ, улдарыбыҙ хәтеренә бер минут тынлыҡ иғлан итеп, уларҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алдыҡ. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың әсәләренә, хәләл ефеттәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҙур сараны үҫеп килгән балаларыбыҙ, йәштәребеҙ, ололарыбыҙ матур сығыштары менән биҙәне. МХО-ла йөрөгән улдарын көтөүсе атай-әсәйҙәргә, улыбыҙ Инсафҡа бағышлап Рәзиф ҡустыбыҙ йыр башҡарҙы.
Баймаҡ районында йәшәгән Моратша олатайҙың вариҫтарының сығышы бигерәк тә һоҡландырҙы. Моратша олатай Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Темәс ауылына күсеп, шунда төпләнеп йәшәгән. Уның бүләләре - Динислам һәм Вилдан ҡустыларыбыҙ балаларҙы атта һыбай йөрөттөләр, уҡтан атырға өйрәттеләр. Был ике егет төрлө кимәлдәге милли уйындарҙа әүҙем ҡатнашалар. “Урал батырҙың ҡышкы уйындары”ның һәм Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының ярыштарында ауҙарыш буйынса еңеүсе булдылар, Рәсәй чемпионатында икенсе урын яуланылар.
Кинйәбулат олатайҙың вариҫтары ла Баймаҡта йәшәй. Ул 1931 йылда Тимер ауылынан Кемеров өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелгән. Унда шахтер булып эшләгән. 1991 йылда реабилитацияланған. Һуғыш башланғас, ҡыҙы Хәжирә Кинйәбулат олатайҙы Тимер ауылына алып ҡайтҡан.
Шәжәрә байрамында туғандар бер-береһен белеп, танышып, ихлас аралашты. Ошондай ҙур кимәлдә үткәрелгән йыйыныбыҙ күңелебеҙгә дәрт, көс бирҙе, матур сара булып хәтерҙә уйылып ҡалды. Киләсәктә туғанлыҡ ептәрен нығытып, үҙ-ара аралашып йәшәрбеҙ, беҙҙең балалар-ейәндәр ҙә шәжәрә йыйындары үткәрер тигән өмөттә таралыштыҡ. Шәжәрә йыйынына әҙерләнгән ваҡытта Тимер ауыл мәҙәниәт йорто өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарыбыҙҙың фотолары менән стенд, улар тураһында мәғлүмәт менән буклет эшләнек. Был тарихи мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, туғандарыбыҙҙың иҫтәлектәрен өҫтәп, бәләкәй булһа ла китап итеп баҫмаға әҙерләргә ниәтебеҙ бар.
Гүзәл Садиҡова (Нәҙершина).