

Муниципаль район биләмәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау эштәре дауам итә.
Әбйәлил юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән районы участкаһы Иҫке Собханғол – Темәс юлын тигеҙләү эштәрен башҡарып, ҡолаған юл билдәләрен рәтләнеләр.
Мораҡ юлында хеҙмәткәрҙәр юл ситтәрендәге ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу, ҡый үләндәрен сабыу эштәрен башҡара.
Иҫке Собханғол – Ҡағы юлында барьер кәртәләре ремонтланды.
Юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән участкаһы хеҙмәткәрҙәренә район хакимиәте башылғы Р. Абдуллин башҡарған эштәре өсөн ҙур рәхмәт белдерә.
Сығанаҡ: https://vk.ru/ramilabdullinburzyan