Йәмғиәт
3 Августа , 09:55

Сысҡан биҙгәге менән сирләүселәр бар, талпан да сигенмәй әле

Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин үткәргән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре тураһында һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

Сысҡан биҙгәге менән сирләүселәр бар, талпан да сигенмәй әлеСысҡан биҙгәге менән сирләүселәр бар, талпан да сигенмәй әле
Сысҡан биҙгәге менән сирләүселәр бар, талпан да сигенмәй әле

Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин үткәргән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре тураһында һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

“Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса шәхси йорттарҙа профилактик рейдтар үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибарлыраҡ булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырам. Йорттарҙа янғын сығыуҙың сәбәбе күп осраҡта йортта тәмәке тартыу, электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле, һаҡ булығыҙ! Йортоғоҙҙа янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ, ваҡытында ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн ҡарап торорға, тикшерергә онотмағыҙ.

Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт" мобиль ҡушымтаһы менән әүҙем файҙалана башланы. Сервистың иң популяр бүлектәре - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы түләү һәм иҫәпләү күрһәткестәрен тапшырыу. Ҡушымтаның ҙур өҫтөнлөгө - коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ түләү мөмкинлеге. Район халҡын да ҡушымта менән әүҙем ҡулланырға саҡырам. Айырым теркәлеү талап ителмәй, инеү дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Ҡушымтаны ошо һылтанма аша күсереп алырға мөмкин www.gosuslugi.ru/landing/mp...

Талпандарға бәйле хәл актуаль булып тора. Миҙгел башынан үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 94 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 45 бала. Һаҡ булығыҙ!

Сысҡан биҙгәге ауырыуы менән зарарланыуҙың 6 осрағы теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Ҡулдарҙы һабынлап йыуырға, туҙан күп булғанда тын алыу юлдарын һаҡларға, кимереүселәр зарарлаған аҙыҡты ашамаҫҡа – ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләр.

Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем!” тип хәбәр итәләр https://vk.ru/ramilabdullinburzyan төркөмөндә

Автор:
Читайте нас