Йәмғиәт
3 Августа , 03:50

Эс буҙа! Организмың булыр таҙа.

Был шифалы эсемлекте әҙерләүҙең арытҡ ҡыйынлығы юҡ. 3 литрлыҡ һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән "Геркулес" һалып, 5-10 минут ултыртып ҡуйырға.

Эс буҙа! Организмың булыр таҙа.Эс буҙа! Организмың булыр таҙа.
Эс буҙа! Организмың булыр таҙа.

Был шифалы эсемлекте әҙерләүҙең арытҡ ҡыйынлығы юҡ.
3 литрлыҡ һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән "Геркулес" һалып, 5-10 минут ултыртып ҡуйырға.

 Талғын утҡа ултыртып, 1 сәғәт ҡайнатырға. Унан бер ҡалаҡ аҡ май һалырға һәм йыш-йыш болғап торорға кәрәк. Бер сәғәт үткәс, килеп сыҡҡан кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙөп алырға һәм ултыртып ҡуйып, һыуытырға.

Һыуыған массаға 1-2 стакан магазинда һатылған ҡымыҙ һәм 1 стакан шәкәр ҡомо (рафинад булһа ла ярай) өҫтәрга. Ҡымыҙ өҫтәлгәс, йылы урынға төрөп ултыртып ҡуйырға һәм тағы бер көн көтөргә. Бына башҡорт халыҡ эсемлеге, телде йоторлоҡ буҙа әҙер тигән һүҙ. Әйткәндәй, икенсе тапкыр эшләгән саҡта, ошо буҙанан бер стакан ҡур (закваска) ҡалдырығыҙ. "Ул сакта икенсе буҙа тағы ла шәберәк була", - ти буҙа эшлаү оҫталары. Рецепты ғүмер буйы буҙа эшләп, инде күҙен йомған килеш тә телеңде йоторлоҡ итеп эшләүсе инәй бирҙе.
Илгиз Ишбулатов

 Сығанаҡ: https://vk.ru/bashkizi

Автор:
Читайте нас