Йәмғиәт
3 Августа , 04:15

Баймаҡта бронза осорондағы ҡала табылған

Археологтар Баймаҡ районында Көньяҡ Уралдың билдәле “Ҡалалар иле”нең тағы бер ҡалаһы табылыу ихтималлығын инҡар итмәй. Ошо арала ҡаҙыныу эштәре башланасаҡ.

Баймаҡта бронза осорондағы ҡала табылғанБаймаҡта бронза осорондағы ҡала табылған
Баймаҡта бронза осорондағы ҡала табылған

Археологтар Баймаҡ районында Көньяҡ Уралдың билдәле “Ҡалалар иле”нең тағы бер ҡалаһы табылыу ихтималлығын инҡар итмәй. Ошо арала ҡаҙыныу эштәре башланасаҡ.

 Ул ике овал формалағы майҙансыҡтан тора. Бынан бик алыҫ осорҙарҙа уларҙың эсендә радиаль йорттар  урынлашҡан булған. Әле улар урынында убалар күҙгә ташлана.

Селек тип аталған ҡала, белгестәр фекеренсә, бронза осороноң төрлө мәлдәренә ҡарай.

Элегерәк был урында үҙенсәлекле биҙәкле керамика, хайуандар һөйәктәре һәм боронғо ҡоролма эҙҙәре табылған.

Был урын Байыш ауылы янында, Оло Уртаҙым йылғаһы ярында. Биләмә “Ирәндек” музей-ҡурсаулығыны инә.

10 августа унда яңы экспедиция юлланасаҡ. Уларға теләгән кешеләр ҙә ҡушыла ала.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Баймаҡта бронза осорондағы ҡала табылған
Баймаҡта бронза осорондағы ҡала табылған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас