

Йылайырҙан Зөлфирә Таһированың сейә компоты эшләү ысулы:
-Сыыыыу булып ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп ятаһығыҙмы? Мин дә, ҡап-ҡара булып көнгә янып, яйлап-майлап ул-был нәмә япҡан булам. Ҡарағат күп булды. Шәкәргә болғап ултыртып ҡуйҙым уныһын. Сибайҙың ташландыҡ баҡсаһынан 7-8 биҙрә сейә тиреп алып ҡайттыҡ. Компот яптым. Мәшәҡәтлерәк булһа ла, үҙем шул компотты ябырға яратам. Рәмис әйтә ул, туңдыр ҙа, ҡыш көнө компот эшләп, эсә лә ҡуяһың, тип. Мин, тирләп-бешеп, хәҙер ябам.
Өс литрлы банкаларҙы стерилизовать итәм дә, ҡуш ус сейә һалам...
Өс литрлы банкаларҙы стерилизовать итәм дә, ҡуш ус сейә һалам, сәй эскән берәй бокал менән шәкәр, шунан өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоям. 10-15 минуттан һыуын кире ҡойоп алам, ҡайнатам, шунан йәнә ҡоям. Шунан һуң ғына тимер ҡапҡас ябып, түңкәреп ҡуям.
Вареньены өсөнсө йыл инде бер рецепт буйынса ябым, ныҡ оҡшап ҡалды. Эмалированный табаҡҡа бер бокал һыу ҡоям. Шул ҡайнағас, шул уҡ һауыт менән сейә, шул уҡ баяғы бер бокал булды инде, шуның менән шәкәр һалам. Улар ҡайнап ҡына сыҡһа, тағы бер бокал сейә менән шәкәр. Ун тапҡыр шулайтаһығыҙ. Бының бер “волшебный” бокалы бар тип уйлап ултыраһығыҙмы? Күбеген ала-ала тороғоҙ. Ун биш минут ҡайнатҡас, һүндерәһегеҙ. Һүндергәс, дүрт бокал шәкәр өҫтәп, әҙерәк болғатып тораһығыҙ. Стерилизованный банкаларға һалып, тимер ҡапҡас ябып ҡуяһың.
Һаулыҡ булһын. Әйтелгән бит, кешенең шул тиклем проблемалары күп, һаулыҡ булмаһа, һеҙҙең бер генә проблема буласаҡ - нисек тә һауығырға, тиелгән. Шуға күрә, һаулыҡ булһын, ҡалғаны табыла ул, ин шаа Аллаһ!
Сығанаҡ: Зөлфирә Таһированың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.
Баймаҡта йәшәүсе Бөрйән ҡыҙы Гүзәл Мурзаеваның ысулы:
Сейәнән компотты нисек эшләйегеҙ тигән һорауҙар күп булғайны. Шуға яҙып ҡуяйым әле, бәлки. кәрәгер. Мин 3 литрлы банкаға ҡуш услап бер-ике ус сейә, сынаяҡ ярым шәкәр һалам. Башта ҡайнап торған һыуҙы емеш өҫтөнә ҡойоп 10 минут тотҡас һыуҙы кире кәстрүлгә бушатып ҡайнатып алам да, шәкәрен һалып, һыуын ҡойоп, ҡапҡасын ябып, баштүбән түңкәреп йылы итеп урап ҡуям. Йыл да, емештең уңыуына ҡарап, 30-40 банка компот ҡайнатып алам, әсеп-мәсеп ултырғаны юҡ былай, шөкөр!)
Сығанаҡ: “Нәзәкәт” төркөмө.