

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов Бөрйән районының Исламбай ауылында инәйҙәр менән сәй эсә. Ниндәй матур иҫтәлекле, тарихи фото!
Урындыҡта ашъяулыҡ тирәләй рәхәтләнеп сәй эсәләр.
Был фото халыҡ шағирының биографияһына бәйле тарих та һаҡлай...
Был фото 1967 йәки 1968 йылда төшөрөлгән булырға тейеш. Сөнки Дыуан районының Түбәнге Әбсәләм ауылында 1938 йылдың 31 майында тыуған Тимербай Йосоп улы 1967 йылда БДУ-ны тамамлағандан һуң Бөрйән раойнының Аҫҡар ауылына уҡытыусы итеп ебәрелә.
Айгөл Алтынбаева фотоһы.