Йәмғиәт
29 Июля , 12:05

Осраҡлымы?

Ир менән ҡатын өйләнешкәндән һуң оҙаҡ ваҡыт балалары булмаған. Бер мәл улар ҡала урамында машина аҫтына ҡала.

Осраҡлымы?Осраҡлымы?
Осраҡлымы?

Тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмай тиҙәр. Был йәһәттән философияның "осраҡлылыҡ" ("случайность"), "ысынбарлыҡ"("действительность"),"ҡанунлылыҡ"("закономерность") категориялары буйынса томдар яҙылған.
Ғилми бәхәсте ситкә ҡуйып, тормоштан бер генә миҫал. Ир менән ҡатын өйләнешкәндән һуң оҙаҡ ваҡыт балалары булмаған. Бер мәл улар ҡала урамында машина аҫтына ҡала. Бәхеткә, улар еңелсә генә яраланалар, уның ҡарауы, ҡатын ошо ваҡиғанан һуң ауырға ҡалып, уларға бала бәхете йылмая. Табиптар әйтеүенсә, баҡтиһәң, ҡатынға ауырға ҡалыр өсөн ошо стресты кисерергә кәрәк булған.
Яҙмыш ир менән ҡатынды бер аҡһаҡал менән осраштыра. Уның фекере табиптарҙыҡы менән бөтөнләй тура килмәй: "Хоҙай һеҙҙең балағыҙҙы һаҡлар өсөн тыуҙырмай торған. Теге саҡ машина аҫтына эләккәндә балағыҙ һәләк булыуы бар ине бит",— тип аҡһаҡал уларҙың күҙен аҡайтҡан.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1083-сө күҙәтеү.

Әхмәр Үтәбай, шағир, яҙыусы.

Автор:
Читайте нас