Йәмғиәт
28 Июль , 03:25

Һыу инәм, тип...

Үткән ял көндәрендә республиканың йылға-күлдәрендә тиҫтәнән артыҡ кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғәле хәлдәр ниндәй райондарҙа теркәлгән?

Һыу инәм, тип...Һыу инәм, тип...
Һыу инәм, тип...

Уҙған ял көндәрендә республикала 11 кеше, шул иҫәптән бер бала һыуға батып үлгән. Фажиғәле хәлдәр Әлшәй, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Өфө райондарында һәм Нефтекамала теркәлгән. Ике кеше ҡотҡарып ҡалынған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Эскән килеш һыуға төшөргә, балаларҙы йылға-күл буйҙарында ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола. Һыу инеү өсөн ҡотҡарыусылар булған рәсми урындарҙы ғына һайларға кәңәш ителә.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә тәүлек эсендә граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусыларының 31 кешене һыуҙан сығарыуы тураһында яҙғайны.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. архивы

Автор: Ләйсән Закирова.

 

Автор:
Читайте нас