Йәмғиәт
28 Июль , 12:30

Яҡташыбыҙ миллион һумлыҡ грант отҡан

Өфөлә йәшәүсе Аҫҡар ауылы ҡыҙы Миләүшә Байбулова (Шәрәфетдинова) «Студенттар стартабы» Бөтә Рәсәй конкурсында 1 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән.

Яҡташыбыҙ миллион һумлыҡ грант отҡанЯҡташыбыҙ миллион һумлыҡ грант отҡан
Яҡташыбыҙ миллион һумлыҡ грант отҡан

Миләүшә Наил ҡыҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында аспирантурала уҡып та йөрөй, шунда уҡ студенттарға туған телдә белем дә бирә.
Уның еңеү яулаған проекты балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс синыф уҡыусылары өсөн башҡорт-урыҫ-инглиз-ҡытай телдәрендә текстар менән бирелгән буямдар серияһын әҙерләүҙе күҙаллай. Тырыш ҡыҙ үҙе инглиз, ҡытай телдәрен яҡшы белгәнгә тап ошо теманы һайлай һәм еңеүгә өлгәшә. Үҙенең рәхмәтен ул тәү сиратта ата-әсәһе Наил һәм Мәүсилә Шәрәфетдиновтарға, тормош иптәшенә, туғандарына, ғилми етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллинаға, уҡытыусыларына еткерә.
Бәләкәй сағынан туған телгә һөйөүе, белемгә ынтылышы, отҡорлоғо, тырышлығы менән айырылып торған Миләүшә Наил ҡыҙы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Милләттең киләсәге өсөн борсолоп, балаларҙың илһөйәр, телһөйәр булып булып үҫеүҙәрен теләй, үҙенең студенттары менән дә төрлө проекттарҙа ҡатнаша.
Миләүшәнең тормош иптәше лә тел белгесе. Әбйәлил районы егете Илнар Ирназар улы филология фәндәре кандидаты, Өфөлә эске эштәр министрлығында эшләй.
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм проектын уңышлы тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ!

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас