Йәмғиәт
28 Июль , 06:10

Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәтте

Ҡотандар киленде саф һыулы Мусағәле шишмәһенә алып барҙы. Кемдәр сәстәрен сәскә бәйләне һуң?

Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәттеҠотандар киленгә һыу юлы күрһәтте
Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәтте

-Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәштәргә күрһәтеү матур традицияға әйләнә бара. Бөгөн күпселек туйҙарҙа киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы башҡарыла.
Ҡотан ауылында ошо көндәрҙә сәстәрен сәскә бәйләгән бәхетле пар - Динислам һәм Айһылыу Ырыҫбаевтарҙың туй тантанаһы үтте. "Мәсетле" фольклор ансамбле ағзалары менән берлектә киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһын башҡарҙыҡ – киленде Мусағәле шишмәһенә алып барҙыҡ.
Йыр-бейеү, гармун моңдары менән яңы төшкән киленгә бикәстәре һыу юлы күрһәтеп, инәйҙәр изге теләктәрен теләп, йола күрһәтеп, йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы. Йәштәр бәхетле булһын! - тип яҙалар https://vk.ru/club173678738 төркөмөндә.

Сығанаҡ: https://vk.ru/club173678738

Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәтте
Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәтте
Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәтте
Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәтте
Ҡотандар киленгә һыу юлы күрһәтте
Автор:
Читайте нас