Йәмғиәт
28 Июль , 10:00

Мәтрүшкәле йәйҙәр үтеп бара...

Яңы Монасипта йәшәүсе уңған, тырыш, шиғри күңелле, тәбиғәт йәнле Ҡәмәриә апай Йәғәфәрованың ошо фотоһы мәтрүшкәләр йыйған алыҫ бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайтты, күңелде иләҫләтте. Ҡапыл ғына күңелгә түбәндәге шиғыр юлдары ла килде:

Мәтрүшкәле йәйҙәр үтеп бара...Мәтрүшкәле йәйҙәр үтеп бара...
Мәтрүшкәле йәйҙәр үтеп бара...

Яңы Монасипта йәшәүсе уңған, тырыш, шиғри күңелле, тәбиғәт йәнле Ҡәмәриә апай Йәғәфәрованың ошо фотоһы мәтрүшкәләр йыйған алыҫ бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайтты, күңелде иләҫләтте.
Ҡапыл ғына күңелгә түбәндәге шиғыр юлдары ла килде:
Әрәмәнән ҡарағаттар өҙөп,
Мәтрүшкәле сәйгә һалам да,
Ашъяулыҡты йәйәм күк сиҙәмгә...
Әсәйем дә, ана, янымда.
Бала сағым мәтрүш йыйып һаман
Йүгереп йөрөй кеүек яланда,
Мәтрүшкәле сәй ҙә бесәнлектә
Ҡайнай төҫлө әле һаман да.
Мәтрүшкәле йәйҙәр үтеп бара -
Һүтеп бара ғүмер мунсағын.
Әлегеләй генә хәтеремдә
Мәтрүшкәләр йыйған ул сағым.
Т. Баһауетдинова.

Эйе, мәтрүшкәләр йыя торған мәлдәр етте.

Мәтрүшкә - күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль-сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата, август-сентәбрҙә -емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә.
Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар.
Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы елләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай.
Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас