

Хәлиҙә – Байғаҙы ауылы ҡыҙы. “Таң” гәзитендә эшләп йөрөгәнендә, Әбйәлил егетенең һөйөү уғы тейеп, яҙмыш уны шул райондың Ташбулат ауылына килен иткәйне.
“Их, ошо Хәлиҙәбеҙгә Бөрйәндә бер егет табылманы бит. Шәп ҡыҙыбыҙҙы эләктерҙе әбйәлилдәр”, тип оҙатып ҡалғайныҡ беҙ коллегабыҙҙы – Хәлиҙә Муса ҡыҙын.
Шөкөр, гөрләтеп йәшәп ята ул Әбйәлил ерендә. Кейәү менән береһенән-береһе матур 4 ҡыҙ үҫтерәләр.
Хәлиҙә тыуған көнөндә үҙе тураһында шиғыр ҙа яҙған:
Шаяртыу ҡатыш...
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәм,
Уйй, ваҡыт бик тиҙ үтә!
Әллә ҡайҙан адрес табып,
Ҡартлыҡ килә лә етә!
Кисә ун етем тулғайны,
Ә бөгөн - утыҙ ете!
Йылдарҙың шәп уҙыуына,
Эйй, хәтәр иҫем китте!
Калькуляторымды алып,
Бүлдем дә ҡабатланым.
Ҡуштым-алдым, үҙемә кәрәк
Һандарҙы табалманым.
Ярай, йәшем үтә торһон,
Тик күңел ҡартаймаһын!
Дәрт-дарман ташламаһын да,
Сәс кенә ағармаһын!
*
Хәлиҙәгә күңелдә яуап шиғыр ҙа яралды әле:
Адрес эҙләп тормай ҡартлыҡ -
Саҡырылмаған ҡунаҡ.
Ҡунаҡ кеүек китмәй шул ул
Бер-ике генә ҡунып.
Утыҙ ете нимә инде?
Хәлиҙә, һин бигерәк...
Илле ете тулғанда ла
Дәртле тибә ул йөрәк.
Әйткән булаң: “Йәшем үтһен,
Тик күңел ҡартаймаһын”.
Күңелеңдән бикәр әле
Бабайың тыртаймаһын.
Шуға әйтәм, һаман иләҫ,
Йәп-йәш ҡыҙҙар һымаҡһың!
Хәйер, Бөрйән ҡыҙы бит һин -
Мәңге серле йомаҡһың...
(Хәлиҙә, бәлки, әйтеште комментарийҙарҙа дауам итербеҙ)))