Йәмғиәт
27 Июль , 11:20

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен

«Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙарҙы заманса производстволар һәм яңы эш урындары көтөргә тейеш”, тине республика Башлығы.

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһенРадий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен
Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен

Республиканың идара итеү командаһы төбәк сәнәғәтенең әүҙем үҫешен тәьмин итергә тейеш, сөнки илдең технологик суверенитетын нығытыу һәм Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлоғо ғына түгел, фронтты өҙлөкһөҙ тәьмин итеү ҙә шуға бәйле. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

«Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙарҙы заманса производстволар һәм яңы эш урындары көтөргә тейеш. Был эштә беҙҙең төп ярҙамсы – республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды. 2017 йылдан ошо фонд машиналар эшләү, химия, ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарҙа дөйөм суммаһы 24,3 миллиард һумлыҡ 241 проектты финансланы. Был 27,5 миллиард һумлыҡ шәхси инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Республикала 4 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа килде, ә инициативаны тормошҡа ашырыуҙан инәсәк һалым керемдәре 32 миллиард һумдан ашыуыраҡ булыр тип күҙаллана», — тип яҙҙы Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостан етәксеһе илдең башҡа субъекттары ла фонд тәжрибәһен нигеҙ итеп алыуын билдәләне.

«Уның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге предприятиеларға бер урында тормаҫҡа, алға барырға, хатта ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла яңы производстволар асырға ярҙам итә. Тик шулай ғына беҙ артабан да Еңеү өсөн барыһын да эшләй аласаҡбыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас