

Бәләкәй сағынан “балыҡ сире” менән ауырыусы Фирғәт Аллабирҙин айырыуса ҡышҡы балыҡ тотоуҙы үҙ итә. Һөнәре буйынса ул уҡытыусы – Иҫке Собханғол урта белем биреү мәктәбендә эшләй.
-Балыҡ тотоу менән бәләкәй саҡтан мауығам. Элек ни му-йыл ағасы һындырып алып, ботаҡтан таҙартып, жилка бәйләп, ҡармаҡ таҡһаң етте – һин балыҡсы. Бөтә балыҡты бер сиңерткәгә тота инек. Хәҙер балыҡтар ҙа аҡыллы, улайтып ҡына тотоп булмай. Һәр береһенә айырым ем алырға кәрәк. Бәхеткә күрә, магазиндарҙа бөтә нәмә бар. Балыҡҡа барам тиһәм, әҙерләнеүгә минең ярты көн ваҡытым китә. Бигерәк тә флажок менән суртанға йөрөргә яратам. Былтыр ҡышҡыһын аҫмалы күпер яғында ике көндә 11 суртан алдым, иң бәләкәйенең ауырлығы ике кило ярым ине. Иң ҙур табышым - 12 килолыҡ суртан унан алдағы йылда эләкте.
Йәйгелек балыҡҡа йөрөһәң эш ҡала. Шулай ҙа уңайы тура килгән һайын «тимер атыма» атланып йылға буйына сабам. Балыҡты ау менән тотоуҙың бер ҡыҙығын да күрмәйем, ҡармаҡҡа эләккән балыҡты һөйрәп сығарғансы шул тиклем адреналин алаһың, ҡыуаныстан баш күккә тейгәндәй була. Балыҡ һауытыңа инеп ятҡас ҡыҙығы ла бөтә, - ти ул, йылмайып.
Фирғәт Азамат улы балыҡҡа бәйле мажаралары менән дә бүлеште.
-Бер йылы яңы йылдың тәүге көнөндә балыҡ тотам тип Магнитогорскиҙан килеп еткән кейәү, Силәбенән килгән ағай менән таң һарыһынан Ырғыҙлы яғына юл тоттоҡ. Кейәү кеше тотонолған «Нива» машинаһы һатып алғайны. Шуға тейәлеп алдыҡ. Ырғыҙлыны үтеп, 14 саҡрым барырға кәрәк. Юл бер яҡлы ғына. Машина иҫке шул, тәүге тауға менеп етергә лә хәле етмәне. Капотты асып, карбюраторҙы таҙартып алғас, тағы ҡуҙғалдыҡ. Яланға сығыуға был тамам боҙолдо. Алдан машина юҡ, арттан машиналар килә лә етә. Водителдәр сығып, беҙҙең «Нива»ны көрткә алып этә бирәләр ҙә, ары китәләр. Бөтәһе лә балыҡҡа ҡабалана. Шулай итеп, көскә 11 саҡрым юлды үттек. Машина соҡоп арманһыҙ булдыҡ, аптырап, усаҡ яғып, билмән бешереп ашап алдыҡ. Рәт сыҡмаҫтай булғас, киттем йәйәү Ырғыҙлыға. Бал алһам тип һалып алған аҡсама трактор ялларға тура килде – «Нива»ны һөйрәтеп Ырғыҙлыға алып барҙыҡ. Шулай итеп, ул көндө балыҡҡа барып етергә насип булманы. Ял итәм тип сығып, эт кеүек арып ҡайтылды.
“Ҡурҡҡанға ҡуш күренә” тигән мәҡәлде мин “Балыҡсыға ҡуш күренә” тип әйтер инем. Бер ваҡыт 2 егет менән балыҡта ултырабыҙ: мин өҫтәрәк, теге икәү аҫтараҡ. Икешәр ҡармаҡ һелтәгәнбеҙ. Ҡараһам, урталағы егет аҫтағы егеттең ҡармағының өҫтөнә һелтәгән. Ул ҡармағына тейгән һайын аҫтағыһының ҡыңғырауы шылтырай. Тегенеһе балыҡ эләкте тип йүгерә. Бер ваҡыт балыҡ эләккән тип катушкаһын урай башланы. Береһе бер яҡҡа тарта, икенсеһе икенсе яҡҡа. Ҡармаҡтары һыуҙан сығыр саҡта ғына ысҡынып китте. Теге егет мах бирмәй: “Ныҡ ҙур балыҡ ине, төштө лә ҡалды”, - тигән була. Беҙ, көлөп: “Иртәрәк барыр кәрәк ине, йоҡлап торғасың шулай була”, - тип мәрәкәләйбеҙ.
Балыҡһыҙ урында балыҡ тотоп йөрөгән мәлдәр ҙә булды. Сибайҙа ситтән тороп институтта уҡып йөрөгән саҡ. Үҙем һымаҡ уҡ Бөрйән егеттәре менән танышып киттем. Бер ҡайтҡанда Ҡуянтау һыуһаҡлағысын күреп, шунда балыҡ тоторға килергә һөйләштек. Икенсе көнөнә бөтә кәрәк-яраҡты тейәп, ашарға алып юлға сыҡтыҡ. Минән башҡа балыҡ менән ҡыҙыҡһынған кеше юҡ, ял итергә килгәндәр. Ҡар тәрән килеп тороп. Мин унда барып аяҡ менән ҡарҙы таҙартып, боҙҙо тишеп ултырған булам, бында барып ултырам. Ярты көндәй ултырғас, эргәнән үтеп барған кешеләр, теге «Ералаш»тағы кеүек, “Здесь рыбы нет!” тип ҡысҡырып киттеләр. Баҡһаң, бер йыл алдан ғына был һыуһаҡлағыста балыҡтар тонсоғоп үлеп бөткән булған.
Балыҡ тоторға яратһам да, бешерергә барымым юҡ, ти ул. Уның ҡарауы тормош иптәше Оксана Павловна балыҡты бик тәмле итеп ҡура, уха бешерә икән. Уларҙың уха бешереү рецебын гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, уға уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе турап төшөрөргә. Ул аҙыраҡ йомшарғас, 2-3 стакан тары ярмаһын йыуып төшөрөргә. Артабан 3-4 картуф, балыҡты турап һалырға.
-Уха өсөн иң яҡшыһы майлы балыҡ – йәйен, ажау йәки табан. Балыҡты оҙаҡ ҡайнатырға ярамай, 10-15 минут етә. Ашҡа төрлө тәмләткестәр, төтөн еҫе сыҡһын өсөн имән япрағын еҫләтеп һалырға мөмкин. Кемдәрҙер торомбаш та тығып ала. Уханы усаҡта бешереү яҡшы, - ти балыҡсы. Аштарығыҙ тәмле булһын!
А.МӨХӘМӘТЙӘНОВА.