

2026 йылдың 21 июленән берҙәм пособие тәғәйенләгәндә “нуль килемде” (нулевой доход) ҡулланыу өлөшөндә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.
Хәҙер даими рәүештә кеше ҡарауына мохтаж булған беренсетөркөм инвалидын йәки 80 йәше тулған оло кешене ҡарау берҙәм пособие тәғәйенләгәндә килем булмауҙың етди сәбәбе булып һаналасаҡ. Төп шарт – эшкә яраҡһыҙ кеше ғариза биреүсегә һәм уның ғаилә ағзаларына туған булырға тейеш. Элек был туғанлыҡҡа бәйле түгел ине.
Берҙәм пособие иҫәп осоронда өлкән ғаилә ағзаларының хеҙмәткә минималь түләү күләменең 8 тапҡырынан да әҙ булмаған эш хаҡы булғанда тәғәйенләнергә мөмкин. Әгәр ундай эш хаҡы юҡ икән, килемдең булмауына ғаилә ағзаһының объектив ғаилә хәлдәре булыуы һәм был ғаилә хәлдәре иҫәп осороноң 10 айында булыуы шарт. Хеҙмәткә яраҡһыҙ туғанды ҡарау талап ителгән килемдең булмауына хоҡуҡ биреүсе сәбәптәр иҫәбенә инә.
Түбәндәгеләр туғандар булып һанала: ғариза биреүсенең һәм (йәки) уның ғаилә ағзаһының ағайы (ҡустыһы), апайы (һеңлеһе), ата-әсәләре, ире (ҡатыны), ейәне (ейәнсәре), олатаһы, өләсәһе, балаһы.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенә 21 июлдән башлап бирелгән ғаризалар буйынса туғанлыҡ бәйләнештәрен раҫларға кәрәк буласаҡ. Ғариза биреүсенән түбәндәге документтар талап ителергә мөмкин: тыуыу тураһында таныҡлыҡ, никах төҙөү тураһында таныҡлыҡ, исемде алыштырыу тураһында таныҡлыҡ һ.б.
Мәҫәлән, ғариза биреүсе иренең 80 йәшлек өләсәһен ҡарай икән, ти. Өләсәйҙе ҡараған осор килем булмауға етди сәбәп булып инһен өсөн уға түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк: никах теркәү тураһында таныҡлыҡ, иренең тыуыу тураһында таныҡлығы, өләсәй уларға әсәй булғанын раҫлау өсөн иренең әсәһенең йәки атаһының тыуыу тураһында таныҡлығы.
Бынан тыш, 21 июлдән берҙәм пособиены тәғәйенләү ҡағиҙәләрендә йәнә бер үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Ул ғариза биреүсенең был регионда йәшәү фактын тикшереүгә ҡағыла. Әгәр ғариза прописка буйынса түгел, теге йәки был урында булыу йәки фактик йәшәү урыны буйынса бирелһә, ғариза биреүсенән ысынлап та шул урында йәшәүен раҫлау талап ителеүе мөмкин.
Теге йәки был урында йәшәү факты буйынса тикшереү ғариза биреүсенең ҡатнашлығынан башҡа Социаль фонд тарафынан үткәрелә. Әгәр раҫлаусы факттар булмаһа, өҫтәмә документтар кәрәк буласаҡ: торлаҡ бинаны ҡуртымға алып тороу килешеүе, ҡайһы балаға ҡарата ғариза бирелгән, шул баланың мәктәпкәсә, дөйөм белем биреү учреждениеларына йәки махсус урта уҡыу йортона йәки юғары уҡыу йортона йөрөүе тураһында белешмә (справка).
Берҙәм пособиены тәғәйенләү шарттары тураһында тулыраҡ сайтта:https://sfr.gov.ru/grazhdanam/semyam_s_detmi/edinoe_posobie/.
Әгәр һорауҙар килеп сыҡһа, Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһе белгестәренә түбәндәге берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8–800–100–00–01.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.