Йәмғиәт
21 Июля , 04:20

Заправкаларҙа сираттар кәмегән

БР сауҙа министры Константин Климин һүҙҙәренсә, республиканың 500 яғыулыҡ ҡойоу станцияларының 150-һе «бәләкәй бизнес» булып тора. Баҙарҙың 6% шәхси заправкалар тәьмин иткән. Яғыулыҡты улар эре етештереүселәрҙән түгел, ә трейдерҙарҙан һатып алған. Бөгөнгө биржа хаҡтарынан сығып, бензиндың бер литры 140 һум торор ине, тине министр.

Заправкаларҙа сираттар кәмегәнЗаправкаларҙа сираттар кәмегән
Заправкаларҙа сираттар кәмегән

Өфөнөң 31 эре АЗС-да сираттар йәкшәмбе 1,35 мең машинанан дүшәмбе 972-гә тиклем кәмегән, тип хәбәр итте Башҡортостандың сәнәғәт министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яғыулыҡ менән бәйле хәл буйынса брифингта. Күп кенә территорияларҙа, бигерәк тә башлыса ҙур булмаған шәхси заправкалар эшләгән, ә хәҙер конкурентлыҡ һәләте кәмегән райондарҙа хәл ҡатмарлы булып ҡала.

БР сауҙа министры Константин Климин һүҙҙәренсә, республиканың 500 яғыулыҡ ҡойоу станцияларының 150-һе «бәләкәй бизнес» булып тора. Баҙарҙың 6% шәхси заправкалар тәьмин иткән. Яғыулыҡты улар эре етештереүселәрҙән түгел, ә трейдерҙарҙан һатып алған. Бөгөнгө биржа хаҡтарынан сығып, бензиндың бер литры 140 һум торор ине, тине министр.

«АЗС-тарҙағы хаҡтарға килгәндә, уларҙы Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт контролдә тота. Төбәктә хаҡтарҙы яһалма арттырыу теркәлмәгән. Волга буйы федераль округы һәм тотош ил менән сағыштырғанда, хаҡтар менән хәл нормаға тап килә», — тип билдәләне Константин Климин.

Уның әйтеүенсә, йыл башынан АИ 95 – 4,7%, АИ 92 – 4,8%, ДТ 4,2% ҡиммәтләнгән.

«Яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүенә бәйле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы көтөлмәйме?» тигән һорауға БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры былай тип яуапланы: «Келәттәрҙә һәм базаларҙа запастар 40 көнгә етергә тейеш, хаҡтар ташыу хаҡынан ғына түгел, башҡа факторҙарға ла бәйле».

Халыҡ «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ заправкаларында яғыулыҡ булыу-булмауын белеү өсөн ҡушымтаның ҡасан эшләй башлаясағы менән ҡыҙыҡһына. Министр урынбаҫары Мостафин әйтеүенсә, тиҙҙән компанияның ҡушымтаһы эшләй башлай. Водителдәр АЗС таблоһындағы мәғлүмәтте яңыртып тороуҙы һорай.

Райондарҙы тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен ҡала. Бензовоздар график буйынса республиканың төрлө төбәктәренә оҙатыла, тип иҫкә төшөрҙө Эдуард Мостафин.

Фото: Элина Әхмәтова | «Башинформ»

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-20/respublikal-ya-yuly-ba-aryny-6-sh-hsi-zapravkalar-t-min-itk-n-4659480

 

 

Автор:
Читайте нас