

2026 йылдың тәүге яртыһында үҙйөрөшлө техникаларҙы тотоноу барышында булған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында күсмә профилактик саралар башҡарған ваҡытта 57 берәмек үҙйөрөшлө техника тикшерелде һәм үҙйөрөшлө машиналарҙы төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар менән файҙаланыуҙың 18 осрағы асыҡланды.
Был осраҡтар араһында тракторҙы теркәүһеҙ эксплуатациялауҙың 4 факты, техниканы техник күҙәтеү үткәрмәй тотоноуҙың 7 факты теркәлдә. Шулай уҡ 2 техника хужаһы трактор менән тракторист-машинист танытмаһы булмаған килеш идара иткән. Ҡалған осраҡтар төҙөк булмаған техниканы файҙаланыуға ҡағыла. Был тәңгәлдә эштәр даими алып барыла, шул иҫәптән башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ла.
Беҙҙең районда техосморт үткәреү күрһәткесе тулыһынса тиерлек шәхси техникаларға техник күҙәтеү үткәреү һөҙөмтәләренә бәйле. Сөнки районда теркәлгән техниканың 90 проценты – 1050 берәмек үҙйөрөшлө машина шәхси хужалыҡтарға тура килә. Шул уҡ ваҡытта был күрһәткестәр машиналарҙың реаль техник торошон билдәләй.
Шуға ярашлы, беҙҙең районда айырым кешеләрҙең үҙйөрөшлө машиналарына техник күҙәтеү үткәреү күрһәткесенең түбән булыуының сәбәбе – техниканың төҙөк булмауы, конструкцион мәғлүмәттәрҙең теркәү документтарына тап килмәүе, техниканың өлөшләтә тирелгән булыуы. Һөҙөмтәлә, техосмотр үткәргән ваҡытта техниканың ошо аталған өлөштәре әҙер булмау арҡаһында улар техник күҙәтеүгә ҡуйылмай.
Ләкин күрһәтелгән машиналарҙың хужалары шулай ҙа техниканы файҙаланыуға юл ҡуя. Ә был кешеләрҙең һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тормошона, ғүмеренә хәүеф менән янай. Һәм, өҫтәүенә, был бәхәсһеҙ, юл-транспорт ваҡиғаларының һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәпсеһе булыуҙары мөмкин.
Бөтә булған проблемаларға ҡарамаҫтан, быйыл график буйынса ауылдарға техник күҙәтеү үткәреү өсөн сығыу ике этапта тәьмин ителде. Ләкин шулай ҙа бөгөнгө көнгә физик берәмектәрҙең теркәлгән техникаларының яртыһынан да әҙерәге генә техосмотр үтә алды. Байтаҡ ауылдарҙа техосмотрҙың тәүге этабында бер трактор ҙа техник күҙәтеүгә сығарылманы. Был ауылдар: Яңы Собханғол, Яңы Мөсәт, Байғаҙы, Брәтәк, Һарғая, Ҡолғана, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Яуымбай.
Бөгөнгө көнгә Әтек, Кейекбай, Тимер ауыл биләмәләрендә генә техосмотр үткәреү күрһәткестәре бер ни тиклем һәйбәтерәк – уларҙа техниканың 60 проценттан артығырағы техник күҙәтеү үтте. Байназар, Ҡыпсаҡ, Ҡолғана, Иҫке Монасип һәм Иҫке Собханғол ауыл биләмәләрендә техосмотр һөҙөмтәләренең түбәнәйеүе күҙәтелә.
Үрҙә аталған хәлдәргә бәйле, яҡын көндәрҙә өҫтәмә техосмотрҙар үткәреләсәк. Шулай уҡ ҡул аҫтындағы техниканы интенсив ҡулланыу урындарында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында күсмә саралар ҙа ойоштороласаҡ.
Салауат Ишморатов, гостехнадзорҙың
Бөрйән районы
буйынса баш дәүләт
инженер-инспекторы.