Йәмғиәт
21 Июля , 03:30

Синоптиктар ҡыуандыра

Башгидромет күңелгә май булып яғылыр яңылыҡтар менән уртаҡлашты.

Синоптиктар ҡыуандыраСиноптиктар ҡыуандыра
Синоптиктар ҡыуандыра

Алдағы көндәрҙә һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә, тип хәбәр итә синоптиктар.

Бөгөн, 21 июлдә, һауа температураһы +24, +29 градус күҙаллана.

Иртәгә, 22 июлдә, шаршамбыла, республика буйынса урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, температура төндә +13, +18, көндөҙ +25, +30 градус булыуы фаразлана.

Кесаҙнала ла шундай уҡ һауа торошо көтөлә.

Ҡыҫҡаһы, йылы, хатта эҫе көндәр вәғәҙәләй синоптиктар. Балалар һыу инәбеҙ тип ҡыуанһа, ауыл кешеһе бесән өсөн көн була тип шатланалыр.

Барыбыҙға ла имен, бәрәкәтле көндәр насип булһын! Донъяла тыныслыҡ урынлашһын ине.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас