Йәмғиәт
21 Июль , 04:50

НИКАХҠА ИНЕҮСЕЛӘР АРТҠАН

ЗАГС-та теркәлгән мәғлүмәттәр нимә һөйләй? Мәҫәлән, ярты  йылда Бөрйәндә барлығы 36 пар законлы никахҡа ингән. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, законлы никахҡа инеүселәр 13 парға күберәк.

НИКАХҠА ИНЕҮСЕЛӘР АРТҠАННИКАХҠА ИНЕҮСЕЛӘР АРТҠАН
НИКАХҠА ИНЕҮСЕЛӘР АРТҠАН

Райондың гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге етәксеһе Дауытова Гөлсәсәк Рәхмәт ҡыҙы менән был хеҙмәттең ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланыҡ.

-Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү һәр кемгә ҡағыла һәм унда кеше тормошондағы иң мөһим ваҡиғалар сағылып  бара. Был мәғлүмәттәр беҙҙең район тормошоноң да мөһим күрһәткестәренең береһе.

-Эйе, кешенең тыуған мәленән алып был донъянан киткәнгә тиклем ғүмере ЗАГС органдары менән тығыҙ бәйләнгән. ЗАГС органдарында кешенең тормошондағы иң мөһим ваҡиғалар юридик формаға эйә була. Тап ЗАГС-та илебеҙҙең иң бәләкәй граждандарына уларҙың ғүмерендәге иң тәүге документтары тултырыла һәм тапшырыла. Артабан инде кеше ғүмере буйына гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органдарына тормошондағы юридик факттарҙы теркәү буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү ихтыяжын кисерә.

-Быйылғы йыл башынан һеҙҙә күпме гражданлыҡ хәле акты теркәлде?

-2026 йылдың 1 июленә ҡарата Бөрйән районы ЗАГС бүлеге буйынса бөтәһе 253 гражданлыҡ хәле акттары теркәлгән.

Шуларҙың 78-е тыуыу тураһында акт яҙмалары. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 50 малай һәм 28 ҡыҙ бала донъяға килгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, тыуым кимәле 7-гә кәмерәк.

Бала тыуыуҙы теркәү, нигеҙҙә, суперсервис аша башҡарыла, айырым осраҡтарҙа ғына граждандар бүлеккә шәхсән килеп теркәү үткәртә.

Ярты йыл эсендә 92 үлем осрағы теркәлгән. 2025 йыл менән сағыштырғанда, үлем осраҡтары 22-гә кәмегән. Донъя менән бәхилләшкәндәрҙең 55-е ир-егеттәр, 37-һе ҡатын-ҡыҙҙар.

Ярты  йылда барлығы 36 пар законлы никахҡа ингән. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, законлы никахҡа инеүселәр 13 парға күберәк.

Никахты тарҡатыу тураһында 20 акт яҙыуы теркәлгән. Былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 6-ға әҙерәк.

-Һеҙҙә һаҡланған архивҡа йыш мөрәжәғәт итәләрме? Унда нисәнсе йылдарҙан алып мәғлүмәттәр һаҡлана?

-Архив - ЗАГС бүлектәренең төп хазинаһы.  Законға ярашлы, беҙҙең хоҡуҡи хәлебеҙ – “хоҡуҡтарыбыҙ һәм бурыстарыбыҙ барлыҡҡа килеү, үҙгәреү йәки туҡтау” тап ЗАГС бүлектәрендә теркәлеп бара. Теүәлерәк әйткәндә,  гражданлыҡ хәле акттарын теркәүҙең бары тик ете генә төрө менән мәшғүлбеҙ.

Документтарҙың һаҡланыу срогы – 100 йыл. Әлеге ваҡытта булған акт яҙыуҙарын барлыҡ мәғлүмәттәр менән  өҫтәмә тулыландырыу буйынса ҙур эштәр бара.

7 төр гражданлыҡ хәле акттарын теркәүҙән тыш, ЗАГС бүлектәрендә ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу буйынса ҙур эш алып барыла: яңы өйләнешкәндәр менән әңгәмәләр үткәрелә, әҙ тәьмин ителгән граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтелә, ғаилә парҙарын, юбилярҙарҙы ҡотлау, яңы өйләнешкәндәрҙе һәм яңы тыуған балаларҙы тантаналы теркәү буйынса ғаилә байрамдары, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға психологик ярҙам ойошторола.

-Төплө яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Мөһим эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Мәғлүмәттәр яҡшырыу өҫтөндә булһын.

Т. Баһауетдинова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас