Йәмғиәт
20 Июль , 11:55

Интернет аша трактор алмаҡсы булып... аҡсаһыҙ ҡалған

Ир кеше популяр интернет-платформа аша трактор алырға теләгән. Үҙенә барғандай иғланға тап булғас, һатыусы менән бәйләнешкә сығырға маташҡан. Ләкин трубканы алыусы булмаған. Икенсе көнгә иргә билдәһеҙ кешенән шылтыратыу булған. Шылтыратыусы үҙен компания менеджеры тип таныштырған һәм ирҙе ҡыҙыҡһындырған моделдең һатыуҙа булыуы хаҡында белдергән...

Интернет аша трактор алмаҡсы булып... аҡсаһыҙ ҡалғанИнтернет аша трактор алмаҡсы булып... аҡсаһыҙ ҡалған
Интернет аша трактор алмаҡсы булып... аҡсаһыҙ ҡалған

Өфөләге 9-сы һанлы полиция бүлегенә Благоварҙан 50 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Ир кеше популяр интернет-платформа аша трактор алырға теләгән. Үҙенә барғандай иғланға тап булғас, һатыусы менән бәйләнешкә сығырға маташҡан. Ләкин трубканы алыусы булмаған.

Икенсе көнгә иргә билдәһеҙ кешенән шылтыратыу булған. Шылтыратыусы үҙен компания менеджеры тип таныштырған һәм ирҙе ҡыҙыҡһындырған моделдең һатыуҙа булыуы хаҡында белдергән. Ялған белгес тракторҙы теләгән бер ергә алып барып булыуын әйтеп, хаҡын транспорт средствоһын хужаһына тапшырған ваҡытта ҡулаҡса менән түләргә кәрәклегенә ышандырған.

Ир кеше килешкән һәм менеджерға үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен биргән. Яуап итеп уға транспорт компанияһының хеҙмәттәре өсөн түләргә тип 84 мең һумға иҫәп ебәргәндәр. Зыян күреүсе күрһәтелгән сумманы күсергән. Бынан һуң улар килешеү төҙөгәндәр. Аферистар уға трактор ысынлап та бар икәнен күрһәтеп һәм хужаһына оҙатылыуҙы көтә, тип видео ебәргәндәр.

Артабанғы көндә трактор алырға теләүсе менән “водитель” бәйләнешкә сыҡҡан. Ул, йәнәһе лә, таможняла проблемалар бар, тип тағы ла 350 мең һумдан артығыраҡ аҡса күсереүен һораған. Бурҙар бының менән генә туҡтамаған әле. Төрлө “әкиәттәре” менән алдаштырып, имеш, “сделканы тамамлап ҡуйыр өсөн” тип ирҙе тағы ла 2 миллион һумдан артығыраҡ аҡса күсерергә ышандырғандар. Аҡсаны ебәргәндән һуң тауар, күпме көтһә лә, эйәһенә килеп етмәгән. Ир кеше шунда ғына үҙенең алдаҡсылыҡ ҡорбаны булғанын аңлап ҡалған ир полицияға мөрәжәғәт иткән.

Хөрмәтле дуҫтар! Телеофн аша билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе бирмәгеҙ!

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас