

Миҙгел башланғандан алып летчик-күҙәтеүселәр тарафынан 111 осош яһалған – һауала 349 сәғәт 40 минут үткәргәндәр. Авиация ярҙамында Бөрйән һәм Учалы райондарында ике урман янғыны оператив рәүештә асыҡланған.
Дөйөм алғанда, йыл башынан республиканың дәүләт урман фонды биләмәһендә дөйөм майҙаны 87 гектар булған 15 ут сығыу осрағы теркәлгән.
Быйыл Башҡортостанда урмандарҙы патрулләү буйынса 111 осош яһалған. Башҡортостандың урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау буйынса хеҙмәте урмандарҙағы хәлдәрҙе контролләүҙе дауам итә. Авиапатрулләү “Экологик именлек” милли проектының маҡсаттарын күҙаллай һәм 4 раҫланған маршрут буйынса 4,1 миллион гектар урман фондын үҙ эсенә алған. Һауа суднолары өс төп базала урынлашҡан – Өфөлә, Белоретта һәм Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында.
Миҙгел башланғандан алып летчик-күҙәтеүселәр тарафынан 111 осош яһалған – һауала 349 сәғәт 40 минут үткәргәндәр. Авиация ярҙамында Бөрйән һәм Учалы райондарында ике урман янғыны оператив рәүештә асыҡланған Дөйөм алғанда, йыл башынан республиканың дәүләт урман фонды биләмәһендә дөйөм майҙаны 87 гектар булған 15 ут сығыу осрағы теркәлгән.
“Башҡортостандың барып етеүгә ауыр булған тау-урманлы райондарында авиапатрулләү мониторингтың иң уңайлы һәм эффектлы инструменты булып ҡала килә. Янғын сыҡҡан урындарҙы һауанан асыҡлау беҙгә иң ҙур өҫтөнлөктө – ваҡытында эш итеүгә мөмкинлек бирә. Ошо арҡала ағымдағы йылда ике урман янғынын оператив рәүештә ут таралмаҫ борон һүндереп өлгөрөргә мөмкинлек булды. Беҙҙең барлыҡ күп кимәлле контроль системаһы урман фондын уттан һаҡлар өсөн мөмкин тиклем тиҙ эш итеүҙе һәм утҡа таралырға юл ҡуймауҙы маҡсат итә”, тип билдәләне БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.