Йәмғиәт
20 Июль , 03:40

Һауа торошо нисек буласаҡ?

Синоптиктар яңы эш аҙнаһы башында һауа торошо ниндәй буласағы хаҡында хәбәр итте. Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

Һауа торошо нисек буласаҡ?Һауа торошо нисек буласаҡ?
Һауа торошо нисек буласаҡ?

Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн, 20 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен күҙаллана. Һауа температураһы +22, +27 градус тирәһе.

Шишәмбелә, 21 июлдә, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +13, +18, көндөҙ +24, +29 градус фаразлана.

Шаршамбыла, 22 июлдә, һауа торошоноң характеры артыҡ үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән ямғырҙар, йәшен буласаҡ, ти синоптиктар. Һауа температураһы ла шишмәбеләге кеүек үк һаҡлана.

Ямғырҙар арҡаһында ҡайһы бер йылғалар таша. Һәр осраҡҡа әҙер булайыҡ.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Зиннәр Боҫҡонов фотоһы.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас