Йәмғиәт
17 Июля , 05:50

Ҡулға супер клей йәбешһә. еңел генә һөртөп алырға мөмкин икән дә!

Хәтәр тормошсан кәңәштәр! Үҙегеҙгә алып ҡуйығыҙ. Ысынлап та,  йомортҡа еңел әрселһен өйөн улай итергә кәрәк икәнен дә белмәгәйнем.

Ҡулға супер клей йәбешһә. еңел генә һөртөп алырға мөмкин икән дә!Ҡулға супер клей йәбешһә. еңел генә һөртөп алырға мөмкин икән дә!
Ҡулға супер клей йәбешһә. еңел генә һөртөп алырға мөмкин икән дә!

Велосипедта яланаяҡ йөрөргә яратаһығыҙмы? Педалдәренә һауыт-һаба йыуған губкаларҙы йәбештереп ҡуйығыҙ. Аяҡтарығыҙ өсөн бик уңайлы буласаҡ.
Раковинала һыу насар китә башлаһа уның эсенә ярты стакан сода һәм ярты стакан аш һеркәһе ҡойоғоҙ.
Йомортҡа еңел әрселһен өсөн уны бешергән һыуға әҙерәк сода өҫтәгеҙ.
Сүп-сар һауытынан йыш ҡына алама еҫ сыға башлай. Был айырыуса емеш-еләк, йәшелсә миҙгелендә була. Шуға күрә сүп-сар моҡсайын алмаштырыу менән уның төбөнә тәүҙә гәзит түшәгеҙ. Был биҙрәгеҙҙе алама еҫтән һаҡлар.
Ҡулығыҙға супер клей йәбешһә, уны вазелин менән һөртөп бөтөрөгөҙ.
Телефондағы будильникты ишетмәй йоҡлап ҡалыуҙан ҡурҡаһығыҙмы? Бының өсөн уны буш һәм ҡоро стакан эсенә һалып ятығыҙ. Бындай тауыштан мотлаҡ уянасаҡһығыҙ.
Нимәнелер буяғанда кисточкала артыҡ буяҡ ҡалмаһын өсөн, уның банкаһына арҡыры итеп сәс резинкаһын ҡуйығыҙ. Был һеҙгә буяуҙы түкмәй-сәсмәй ҡулланырға ярҙам итер.

Сығанаҡ: #башдонъя#файҙалы кәңәштәр.

Фотоның сығанағы: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-09-28/bish-yomort-a-ashap-iremd-n-ayyryldym-4405141

Автор:
Читайте нас